Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Октябрь 2014, 18:09
Суд «Башнефт»тең акцияларын дәүләткә ҡайтарырға тигән ҡарар сығарҙы
ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Бөгөн Мәскәүҙең Арбитраж суды «Башнефт»тең акцияларын дәүләткә ҡайтарырға тигән ҡарар сығарҙы, тип хәбәр итә «Интерфакс». Судья Ольга Александрова ҡарарҙы иғлан иткәндә, РФ Генераль Прокуратураһының «Система» һәм «Система-инвест» акционерҙар финанс корпорацияһына дәғүәһе тулы күләмдә ҡәнәғәтләндерелде, тип белдерҙе.
Суд ҡарарҙың тик һығымта өлөшөн генә уҡып ишеттерә. Бындай ҡарар ҡабул итеүҙең сәбәптәре һуңыраҡ билдәле буласаҡ.
Суд ҡарарына бер ай эсендә яла бирелеүе мөмкин.
Теги:
башнефть
суд
Читайте нас