Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.59
+0.15
99.79
+0.07
89.77
-0.34
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Октябрь 2014, 10:57

Республика умартасылары Стәрлетамаҡ умартасылыҡ инвентары заводының һатылыуы менән борсола

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Республика умартасылары Стәрлетамаҡ хакимиәтенең Стәрлетамаҡ умартасылыҡ инвентары механика заводының 100 процентлыҡ акциялар пакетын һатыуға ниәтләнеүенә борсолоуҙарын белдерә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенән. Уларҙың фекере буйынса, милексенең алмашыныуы Рәсәйҙә был тармаҡта махсуслашҡан берҙән-бер сәнәғәт предприятиеһы эшмәкәрлеген үҙгәртеп ҡороуға килтерәсәк.
- Рәсәй өсөн умартасылыҡ ҡорамалдары етештереүсе иң яҡын ил булып бөгөн Украина тора. Шул уҡ ваҡытта унда умартасылыҡ инвентары Стәрлетамаҡ заводында етештерелгәнгә ҡарағанда байтаҡҡа ҡыйбатыраҡ, — тип аңлатты Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең ғилми-техник мәғлүмәт бүлеге начальнигы Надежда Шмидт.
Шуның менән бергә республика Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса Милек менән идара итеү буйынса комитетында производствоны һәм хеҙмәт коллективын һаҡлау өсөн нәҡ әҙер бизнесты һатыуҙарын билдәләйҙәр. Милексенең алмашыныуы завод эшмәкәрлеге векторының автоматик рәүештә алмашыуын аңлатмай.
- Профилле булмаған активты һатып бюджетты тулыландырабыҙ һәм милек составын урындағы үҙидаралыҡ органдары функциялары менән ярашлылыҡҡа килтерәбеҙ, — тип хәлгә аңлатма бирҙе Милек менән идара итеү буйынса комитет рәйесе Владимир Яценко.
Стәрлетамаҡ хакимиәтенең «Стәрлетамаҡ умартасылыҡ инвентары механика заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 100 процент күләмендәге устав капиталы акцияларын һатыу буйынса аукцион 25 ноябргә билдәләнгән, тип хәбәр ителә һатыуҙар ойоштороу буйынса федераль сайтта. Башланғыс хаҡы 43,616 миллион һум буйынса берҙәм лот менән тәҡдим ителәсәк.
Аукцион аҙымы был сумманың 10 процентын тәшкил итәсәк. Һатыуҙы ойоштороу шарттары менән 4,361 миллион һум күләмендә задатка ҡаралған.
Һатыуҙарҙа ҡатнашыуға заявкалар республика Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса Милек менән идара итеү буйынса комитетында 4 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Задатка Милек менән идара итеү буйынса комитеты иҫәбенә 4 ноябрҙән да ҡалмай күсерелергә тейеш. Заявкаларҙы ҡарау 10 ноябргә билдәләнгән.
«Стәрлетамаҡ умартасылыҡ инвентары механика заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте умартасылыҡ инвентары һәм ҡорамалдары, махсус заказдар буйынса металдан изделиелар, умартасылар өсөн махсус кейемдәр эшләү, шулай уҡ умартасылыҡ продукттарын эшкәртеү менән шөғөлләнә, умарталыҡ урынлаштырыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. Персоналдың һаны – 54 кеше.
Устав капиталы 62,3 миллион һум тәшкил итә, уның 100 проценты ла Стәрлетамаҡ хакимиәтенә ҡарай. Предприятиеның кредит буйынса бурысы 2014 йыл башынан алып 6,5 процентҡа артҡан һәм 1,6 миллион һум тәшкил итә, дебитор бурысы ике тапҡырға тиерлек үҫкән – 3,5 миллион һум.
«Стәрлетамаҡ умартасылыҡ инвентары механика заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 1-се цехы, келәте, ҡойоу цехы, аркалы цехы, ҡаҙанлығы, гардеробы, бәләкәй станцияһы һәм гаражы бар. Ҡулланыуҙа ер участкалары майҙаны — 20,8 мең квадрат метр.
Читайте нас: