05:59 (UTC+5), 24 Октябрь 2014

Өфөлә заманса перинаталь үҙәк төҙөүгә подрядсы билдәләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Өфөлә республика перинаталь үҙәк төҙөүгә асыҡ конкурсҡа йомғаҡ яһалды. «Интерфакс» хәбәр итеүенсә, конкурс талаптарына һәм шарттарына тап килгән, тик бер генә заявка бирелә — Өфөнөң «Дортрансстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән. Контракттың башланғыс хаҡы 1 млрд 258,48 млн һумда килешеү хаҡы 1 млрд 220,73 млн һум тәшкил итәсәк.
130 койкалыҡ перинаталь үҙәк халыҡҡа тәүлек әйләнәһенә план һәм ашығыс рәүештә акушер-гинекологик, неонаталь, анестезиологик һәм реанимация ярҙамы күрһәтеүгә тәғәйенләнгән.
Һигеҙ ҡатлы (цоколь һәм техник этаждарҙы иҫәпкә алып) үҙәк 3,2 гектар майҙандағы ер участкаһында төҙөләсәк. Төҙөлөш майҙаны 4,3 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Үҙәк бинанан тыш, территорияла майҙансыҡ эсендәге инженер селтәрҙәре һәм ҡоролмалар, дизель электр станцияһы, кислород-газ менән тәьмин итеү станцияһы, ике трансформатор подстанцияһы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары майҙансығы, 64 машиналыҡ өс автомобиль туҡталҡаһы урынлашасаҡ.
Эштәрҙе 2016 йылдың май аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәҡдим иткән, Өфөлә перинаталь үҙәк төҙлөшө проекты 2013 йылдың апрелендә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова менән осрашыуҙа тикшерелде.
- Тыуым буйынса хәлдәр яҡшы, «плюс» менән алға барабыҙ. Былтыр 59 меңдән ашыу бала тыуҙы. Был һуңғы 20 йыл эсендә иң яҡшы һөҙөмтә. 1981-1982 йылдарҙа тыуым 60 меңдән арта, ә хәҙер — 59 100. Шул йәһәттән яңы перинаталь үҙәктәр, бала тыуыу йорттары төҙөүгә ихтыяж барлыҡҡа килә, — тип билдәләне ул саҡта Рөстәм Хәмитов.
- Һис шикһеҙ, республикала перинаталь үҙәк төҙөү кәрәклегенә ярҙам итәбеҙ. Бының хаҡта мин ил Президенты Владимир Путинға белгерттем. Был тәҡдим хуплау тапты, – тип хәбәр итте Вероника Скворцова.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика