Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.18
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Октябрь 2014, 12:12

Башҡортостанда юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре автомобиль трассаларын ҡар һырынтыларын таҙартырға әҙерләнә

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән автомобиль юлдарында көслө ҡар һырынтылары, башҡа хәүефле һауа торошо күренештәре һәм тәбиғәт афәттәре эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса юл-эксплуатациялау ойошмаларының эш тәртибе билдәләнә.
Төбәктең Юл хужалығы идаралығы белгестәренә Һамар — Өфө — Силәбе автомобиль магистрале идаралығы менән бергә дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарының өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ файҙаланыуын, алдағы ҡышҡы осорҙа автомобиль транспортының туҡтауһыҙ эшен тәьмин итергә ҡушылды.
Тәү сиратта федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге юлдар, артабан муниципаль-ара юлдар, өсөнсө сиратта көрттән дөйөм файҙаланыуҙағы автобустарҙың даими хәрәкәте менән урындағы әһәмиәттәге юлдар таҙартыласаҡ, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: