11:44 (UTC+5), 16 Октябрь 2014

Киләһе аҙнала Өфөлә XIV Рәсәй энергетика форумы уҙасаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 21-24 октябрҙә Өфөлә XIV Рәсәй энергетика форумы уҙасаҡ, уның төп темаһы – «Йәшел энергетика».
- Был алдағы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы сиктәрендә уҙғарыласаҡ тәүге сараларҙың береһе, — тип һөйләне кесе йома көндө Өфөлә уҙған матбуғат конференцияһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов. — Уға Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре һәм башҡа яҡын һәм алыҫ сит илдәр вәкилдәре саҡырылған. Быйыл энергетика форумы халыҡ-ара кимәлдә уҙа.
Вице-премьерҙың әйтеүе буйынса, алдағы сараға ҡыҙыҡһыныу юғары, форум «ғәйәт ҙур шоу» ҙа, «бик күп киҫкен мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн прагматик майҙансыҡ» та буласаҡ.
Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров билдәләүенсә, Өфө форумына ҡыҙыҡһыныу күбеһенсә Башҡортостандағы ылыҡтырыусан бизнес-климаты, эшҡыуарлыҡҡа финанс һәм инфраструктура булышлығы менән бәйле.
- Күргәҙмәлә 150-ләп ҡатнашыусы буласаҡ, — тип хәбәр итте Башҡортостан күргәҙмә компанияһы генераль директоры Альбина Килдеғолова. — Рәсәйҙең бөтә төбәктәре, сит ил компаниялары дилерҙары күрһәтелгән. Әлеге ваҡытта 120-нән ашыу спикер – энергетика тармағы эксперттары белдерелгән.
Тәүге тапҡыр форумдың программаһы менән Дәүләт Думаһының Энергетика буйынса комитет рәйесе ҡарамағында консультация советының «Төбәк энергетикаһы проблемалары» күсмә киңәйтелгән эксперт секциялары ултырышы планлаштырылған.
«Энергияны һаҡлау. Электротехника. Кабель» һәм «ШОС энергетикаһы» махсуслаштырылған күргәҙмәләрҙә мең ярым экспонат электр техникаһы һәм энергетика тармағы яңылыҡтарын күрһәтәсәк.
Форумдың эшлекле программаһының төп өлөшө «Йәшел энергетика — мода йәки кәрәклек?» пленар ултырышы буласаҡ. Шулай уҡ «Предприятиеларҙы энергия менән тәьмин итеүҙә көнүҙәк мәсьәләләр», «Яңыртыла торған энергия сығанаҡтары: ҡояш, ел һәм һыу», «Smart Grid – төп энергияны һаҡлау инструменты» ғилми-ғәмәли конференциялар һәм панель дискуссиялар планлаштырылған.
Форумдың ойоштороусылары – Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы булышлығында Башҡортостан күргәҙмә компанияһы. Генераль уҙаҡташы – «Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика