10:56 (UTC+5), 15 Октября 2014

Башҡортостан Хөкүмәтендә төбәктең транспорт системаһын үҫтеререү стратегияһы проектын тикшерҙеләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Шаршамбы, 15 октябрҙә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең ултырышын уҙғарҙы. Унда 2030 йылға тиклемге осорға төбәктең транспорт системаһын үҫтеререү стратегияһы проекты ҡаралды.
Тикшереү һөҙөмтәһендә документтың бер төркөм етешһеҙлектәре булыу сәбәпле уны эшләп бөтөрөргә йүнәлттеләр. Атап әйткәндә, территорияны үҫтереү планын һәм транспорт инфраструктураһы менән ҡулланған хужалыҡ субъекттарын иҫәпкә алыу менән стратегияны аныҡлау, шулай уҡ уға торба үткәргес транспорты мөмкинлектәрен индереү талап ителә. Шулай уҡ ултырышта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең үҙенең вәкәләттәре ваҡытына эшмәкәрлек программаһы ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Тәҡдим ителгән теманы алдан тикшереп, Рөстәм Хәмитов, «алдағы кеүек, Хөкүмәт үҙенең алдында торған бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итәсәк, был бурыстарҙың иң мөһиме – халҡыбыҙҙың, Башҡортостан Республикаһында йәшәүселәрҙең йәшәү сифатын арттырыу. Бөтәбеҙ ҙә күмәкләп кешеләр яҡшы, еңел йәшәһен һәм республиканың үҫеше дөрөҫ юл менән барғанына ышаныс булһын өсөн ныҡлап эшләйәсәкбеҙ», тип белдерҙе.
Хәҙерге ҡануниәткә ярашлы яңы формалашҡан Хөкүмәт Дәүләт Йыйылышына үҙенең вәкәләттәре ваҡытына, йәғни 2019 йылға тиклем эшмәкәрлек программаһын күрһәтергә тейеш. Был һорауға Хөкүмәт ултырышы арналды ла инде. Әммә бының алдынан икенсе мәсьәлә ҡаралды – 2030 йылға тиклем транспорт стратегияһы проекты.
- Был мөһим документ башҡа стратегик документтар, иҡтисадыбыҙҙың, территориябыҙҙың, эре инвестиция проекттарының үҫеш пландары менән бәйле булырға, йыйылған проблемаларҙың һөҙөмтәле хәл ителеүенә йүнәлтелергә, мөмкин булған хәүефтәрҙе иҫәпкә алыу менән уйланылған тармаҡты үҫтереү прогноздарын үҙ эсенә алырға тейеш, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы транспорт стратегияһының практик характерына айырыуса иғтибар итте.
- Документ төбәк транспорт комплексының буласаҡ контурын билдәләргә генә түгел, бөгөн уҡ уның комплекслы үҫешенә эшләргә, йыл һайынғы планында һәм аныҡ күрһәткестәрендә ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Проектты ҡабул итер алдынан беҙ иғтибар менән уның көслө һәм етешһеҙ яҡтарын тикшерергә тейеш, — тине Президент.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика