04:58 (UTC+5), 10 Октября 2014

2015 йылда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды Башҡортостанға 112 миллион һум аҡса бүләсәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды Башҡортостанға 2015 йылда 112 миллион һум аҡса бүләсәк. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин хәбәр итте.
Республика бюджетынан 2015 йылда 100-150 миллион һум бүлеү күҙаллана. Финанслауҙа башҡа муниципалитеттар ҙа ҡатнашасаҡ.
Сентябрҙә Башҡортостан халҡы фатирҙарҙың реквизиттарын тикшереү, майҙандарҙы һәм фатир хужаларын аныҡлау өсөн һынау квитанциялары алды. Октябрҙә квитанцияларҙа үҙ фатирыңдың капиталь ремонты өсөн түләргә кәрәк буласаҡ ысын суммалар сағыласаҡ.
- Ремонт эштәре башланды, әлеге ваҡытта федераль һәм муниципаль берәмектәр бюджеттары, республика саралары иҫәбенә ремонт эшләйбеҙ, — тине «БР Төбәк операторы» фонды генераль директоры Борис Герасимов. – Бөтәһе 530 миллион һум самаһы, был саралар эшкә йәлеп ителгән дә инде. 1 октябрҙән алып ремонтҡа милекселәрҙең саралары иҫәбенә тотондоҡ.
Башҡортостанда 17 мең самаһы күп фатирлы йорт, уларҙың 430 йорт хужаһы махсус иҫәптәрҙе һайланы. Әлеге ваҡытта төбәк операторы иҫәбендә сараларын туплаған милекселәр үҙҙәренә айырым иҫәп ойоштора ала, әммә ул закон буйынса «Төбәк операторы» менән ике йыл хеҙмәттәшлек иткәндән һуң ғына ғәмәлгә инә. Әгәр милекселәр капиталь ремонтҡа «Төбәк операторы» иҫәбенә аҡса йыйырға ниәтләнһә – ул саҡта барыһы ла бер ай дауамында башҡарыласаҡ.
- Төбәк операторы капиталь ремонтҡа йыйған аҡсаны һаҡламай, ул уларҙы һалып бара, — тип аңлатты БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин. — Шунлыҡтан йыйылған аҡсаны резервҡа ҡалдырыу өсөн ваҡыт талап ителә.
Билдәләп үтергә кәрәк, ҡыҫҡа сроклы капиталь ремонт программаһын әҙерләгәндә «Төбәк операторы» һәр йорт буйынса капиталь ремонт өсөн иғәнәләрҙе йыйыу процентын иҫәпкә аласаҡ. Йыйыу проценты ҙур булмаһа, уны программаға индермәйәсәктәр. Капиталь ремонт өсөн түләүҙәрҙе түләмәгән милекселәр өсөн штраф санкциялары ҡаралған.
- Адреслы программа аныҡ итеп әҙерләнмәгән, — тип билдәләне Борис Герасимов. — Уны әҙерләгәндә иҫәпкә алынған төп параметрҙар – 70-се йылдарҙағы норматив документтар. «БР Төбәк операторы» хеҙмәткәрҙәре һәм муниципалитет вәкилдәре күп фатирлы йорттарҙың 30 процент самаһын тикшерҙе, уларҙың техник торошон баһаланы. Мониторинг һөҙөмтәләре нигеҙендә капиталь ремонт адреслы программаһына төҙәтмәләр индерәләсәк.
Борис Герасимовтың әйтеүе буйынса, тикшерелгән йорттарҙың биш проценты ғына ашығыс ремонтты талап итә.
«БР Төбәк операторы» милекселәрҙең түләүҙәрен Һаҡлыҡ банкындағы иҫәптә йыясаҡ. Яҡынса йылына 2-2,5 миллиард һум самаһы йыйыу планлаштырыла. Уларҙың 20 процент даими ҡалып килгән өлөш сифатында тупланасаҡ, ҡалғаны капиталь ремонт эшләүгә йүнәлтеләсәк.
- Капиталь ремонт адреслы программала һәр йортҡа тотонолорға тейеш саралар суммаһы билдәләнәсәк, — тип аңлатты Борис Герасимов. — Йорт хужаларының ҡатнашлығынан тыш саралар техник күҙәтеүгә, смета һәм проект документтарына тотоноласаҡ, артабанғы тотоноуҙар милекселәр менән килешеләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика