Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Сентябрь 2014, 17:16

Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме былтырғы кимәлдән арта

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Өфөлә төбәк ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек баҙарының баланслы булыуы буйынса республика штабының ултырышы уҙҙы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Ауыл хужалығы министрлығы башлығы Николай Коваленко билдәләүенсә, көн һайын төбәктең 600-ҙән ашыу предприятиеһының 15 төр ауыл хужалығы продукцияһы, 53 аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеүсе предприятиеның 43 аҙыҡ-түлек төрө буйынса хаҡтарҙың мониторингы алып барыла. Һигеҙ айҙың яҡынса һөҙөмтәләре буйынса, ағымдағы йылда ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме былтырғы кимәлдән һөт буйынса 3,6 проценттан алып картуф буйынса 23,7 процентҡа тиклем арта.
БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Валерий Беловтың әйтеүе буйынса, республиканың йәмғеһе 63 муниципаль берәмеге буйынса ваҡлап һәм күмәртәләп һатыу предприятиеларында хаҡтарға көн һайын мониторинг алып барыла. Халыҡ өсөн дәүләт комитеты ҡарамағында булдырылған ҡыҙыу линия хаҡтарҙың нигеҙләнмәгән үҫешенә оператив иғтибар итергә ярҙам итте лә инде. Шулай уҡ хаҡтар сәйәсәте мәсьәләләре буйынса сауҙа ассоциациялары менән үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында Килешеү әҙерләү мәсьәләһе ҡуҙғатылды, ул ҡулланыусылар баҙарында хаҡтар тотороҡлоғон һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.
БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәфит Йәғәфәровтың әйтеүе буйынса, һөткә хаҡтарҙың миҙгелле үҫеше билдәләнә, ул ошо ауыл хужалығы продукцияһы төрөн етештереүҙең йыл һайын ҡабатланып килгән миҙгелле кәмеүе менән аңлатыла. Ит һәм ит продукцияһы баҙары буйынса уҙған айға үҙгәрештәр теркәлмәгән. Иген баҙарында иген алыпһатарҙары, эшкәртеүселәр һәм экспортерҙар яғынан ихтыяждың артыуы, шулай уҡ оҙаҡламай башланасаҡ һатып алыу интервенциялары тураһында мәғлүмәт менән бәйле хаҡтарға үҫеш тенденцияһы күҙәтелде. Бойҙай һәм арпа ононан икмәктәрҙең социаль сорттарына хаҡтар үҙгәрмәгән.
Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Нәсимә Күсимованың мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылда 1127 предприятие тикшереү үткән, улар барышында аҙыҡ-түлек әйләнеше һәм уны эшкәртеү өлкәһендә боҙоуҙар асыҡланған.
Вице-премьер Эрнст Исаев билдәләүенсә, миҙгелле фактор һәм тауар баҙарҙарының структуралары алмашыу менән бәйле, айырым тауар төрҙәренә хаҡтарҙың үҫеш тенденцияһы һаҡлана.
- Аҙыҡ-түлек баҙарында алыпһатарлыҡ эшен булдырмау өсөн баҙар ҡатнашыусыларының, шул иҫәптән етештереүселәр, эшкәртеүселәр, күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеүселәр, продукция менән ҡулланыусылар, шулай уҡ контроль-күҙәтеү һәм башҡарма власть органдарының тығыҙ эшмәкәрлеген тәьмин итергә кәрәк, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.
Читайте нас: