Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
12:21 (UTC+5), 19 Сентября 2014

Ауыл хужалығы етештереүселәре Өфө халҡына үҙ продукцияһын сираттағы йәрминкәләрҙә тәҡдим итәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 20-се һәм 21 сентябрҙә Өфөлә сираттағы йәшелсә һәм бал йәрминкәләре уҙасаҡ. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре ҡабат ҡала халҡына үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк.
Сауҙа майҙансыҡтары Дим (Правда урамы буйлап автомобиль юлы эргәһендә), Калинин (Интернациональ һәм Машиналар эшләүселәр, Баландин һәм Мушников урамдары киҫешкән урында, Меркурий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Юлдаш» сауҙа-йәрминкә комплексы һәм «Шаҡша» сауҙа-сервис комплексы алдында), Киров (Эшсе хәбәрселәр урамы, 5-7), Ленин («Пушкин» сауҙа-сервис комплексы һәм «Тулҡын» скверы алдындағы майҙан), Октябрь («Гагарин» сауҙа-сервис комплексы, Спорт һарайы һәм Зинин ауылы эргәһендә «Ҡарауан» сауҙа комплексы алдындағы майҙандарҙа), Совет (Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда) һәм Орджоникидзе (Орджоникидзе исемендәге майҙан, «Тирәктәр» сауҙа йорто, «Меркурий» сауҙа үҙәге һәм «Урал» сауҙа-сервис комплексы алдындағы майҙандарҙа) райондарында эшләйәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттәге ял көндәрендәге ауыл хужалығы йәрминкәләре Өфөлә 2 ноябргә тиклем уҙасаҡ. Уларҙа ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең, республиканың фермер һәм ярҙамсы хужалыҡтарының ит һәм һөт ризыҡтары, йәшелсә, картуф, бал һәм башҡа ауыл хужалығы продукттары тәҡдим ителәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика