10:26 (UTC+5), 16 Сентября 2014

Республиканың өс районында иген культураларын йыйыу эштәре тулыһынса тамамланған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Республиканың Ғафури, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу эштәре тулыһынса тамамланған, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ғафури районы хужалыҡтары 27,2 мең тонна, Ейәнсура – 17,4 мең тонна, Йылайыр 5,2 мең тонна иген йыйған.
Дөйөм алғанда төбәк буйынса иген 1,61 миллион гектарҙа (пландың 91 проценты) урылған, 1,59 миллион гектарҙа (89 процент) һуғылған. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының уртаса уңышы гектарынан 14,9 центнер тәшкил итә. Иң ҙур уңдырышлылыҡты Саҡмағош (гектарынан 30,6 центнер), Мәләүез (гектарынан 25,5 центнер), Стәрлетамаҡ (гектарынан 23,6 центнер) һәм Илеш (гектарынан 22,8 центнер) райондары ауыл хужалығы предприятиелары күрһәтә.
Бөгөнгә Башҡортостанда 2,37 миллион тонна иген һуғып алынған. 100 мең тоннанан ашыу Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Мәләүез һәм Илеш райондарында һуғылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика