12:09 (UTC+5), 16 Сентября 2014

Башҡортостанда һалым керемдәре 2013 йылдың ғинуар-авгусы менән сағыштырмаса 10,6 процентҡа артҡан

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2014 йылдың һигеҙ айында Башҡортостанда бөтә кимәлдәге бюджеттарға 163,8 миллиард һум, һалым органдары етәкселек иткән, һалым һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәр ингән. Был хаҡта Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы хәбәр итә. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса 10,6 процентға (15,7 миллиард һумға) күберәк.
Федераль бюджетҡа 72,1 миллиард һум (дөйөм керем күләменең 44 проценты), территориаль бюджетҡа – 92 миллиард (56 процент) күсерелгән. Республиканың берләштерелгән бюджетына 70,3 миллиард һум, шул иҫәптән урындағы бюджеттарға – 13,8 миллиард (19,6 процент) ингән.
Керемдең төп күләме ҡаҙылма байлыҡтар сығарыуға (44,4 миллиард һум), акциздарға (38,2 миллиард), физик шәхестәр табышына һалымға (26,7 миллиард), килемгә һалымға (25,3 миллиард), өҫтәлгән хаҡҡа һалымға (14 миллиард), милек һалымдарына (9,6 миллиард) тура килә.
Һалымдар һәм йыйымдар, шулай уҡ пенялар һәм һалым санкциялары буйынса дөйөм бурыс 1 сентябргә 15,8 миллиард һум тәшкил итә. Йыл башы менән сағыштырғанда ул 2,8 процентҡа (447 миллион һум) кәмегән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика