12:48 (UTC+5), 11 Сентября 2014

Төбәктә 47 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостанда 47 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған, эшкәртеүгә 16,3 мең тонна ебәрелгән, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Татлы тамыраҙыҡтарҙы йыйыу эштәре ун районда бара. Бөгөнгә шәкәр сөгөлдөрө 1,7 мең гектарҙа йыйылған, ул пландың 3,4 процентын тәшкил итә. Иң ҙур уңыш Шишмә (гектарынан 408 центнер), Благовар (400) һәм Баҡалы (317) райондарында билдәләнә. Республика буйынса уртаса күрһәткес гектарынан 277 центнер.
Шәкәр сөгөлдөрө Башҡортостанда иң ҙур майҙанды Әлшәй районында биләй – 7,6 мең гектар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика