10:50 (UTC+5), 04 Сентября 2014

Өфөлә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙасаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 6-сы һәм 7 сентябрҙә Өфөлә сираттағы йәшелсә һәм бал йәрминкәләре уҙасаҡ. Мэрияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был ял көндәрендә республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре ҡабат ҡала халҡына үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк.
Шәмбе сауҙа майҙансыҡтары Дим (Правда урамы буйлап автомобиль юлы эргәһендә), Киров (Эшсе хәбәрселәр урамы, 5-7), Ленин («Пушкин» сауҙа-сервис комплексы эргәһендәге майҙан) һәм Октябрь («Гагарин» сауҙа-сервис комплексы эргәһендә, Спорт һарайы алдында һәм Зинин ауылы эргәһендә «Ҡарауан» сауҙа комплексы янында) райондарында эшләйәсәк.
Ике көн буйына йәрминкәләр Калинин («Моторҙар эшләүсе» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан) һәм Орджоникидзе (Орджоникидзе исемендәге майҙан, «Тирәктәр» сауҙа йорто, «Меркурий» сауҙа үҙәге һәм «Урал» сауҙа-сервис комплексы алдындағы майҙандарҙа) райондарында уҙасаҡ.
Совет районында Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда бал йәрминкәһе үтәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттәге ауыл хужалығы йәрминкәләре Өфөлә 2 ноябргә тиклем ял көндәрендә уҙасаҡ. Уларҙа ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең, республиканың фермер һәм ярҙамсы хужалыҡтарының ит һәм һөт ризыҡтары, йәшелсә, картуф, бал һәм башҡа ауыл хужалығы продукттары тәҡдим ителәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика