09:43 (UTC+5), 02 Сентябрь 2014

«Башҡортостан продукты» проектына дүрт яңы ҡатнашыусы ҡушылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. «Башҡортостан продукты» республика проектына дүрт яңы ҡатнашыусы ҡушылды, тип хәбәр итә БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Тейешле дипломдарҙы шәхси эшҡыуарҙар Хәйруллин (Стәрлетамаҡ районы) һәм Сәрүәров (Краснокама районы), «Добрый пряник» компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Иглин районы), «СН-продукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Благовар районы) алған. Хәҙер улар үҙҙәренең тауарҙарында «Башҡортостан продукты» тамғаһын ҡуя ала. Сифат һәм именлек гарантияларынан тыш, бындай тамға һуғыу билдәле бер тауарҙың республика территорияһында урындағы сеймалдан етештерелгәнен һәм «Тикшереү үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһының лаборатор һынауҙарын үткәнен аңлата.
Шулай итеп, «Башҡортостан продукты» проекты, 1500-ләгән төр продукция сығарған, 130 етештереүсене берләштерә. Әлеге ваҡытта республика етештереүселәренең тауарҙары өсөн супермаркеттарҙа фирма кәштәләрен биҙәү буйынса эштәр дауам итә. Һатып алыусыларҙың уңайлығы өсөн бындай кәштәләр 31 магазинда барлыҡҡа килде, йыл аҙағына тиклем сауҙа нөктәләрен 300-гә тиклем арттырыу күҙҙалана.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика