09:41 (UTC+5), 29 Августа 2014

Өфө эргәһендә М-5 федераль трассаның 1428 километрында яңы юл үткәргес файҙаланыуға тапшырылды

Эльвира Латипова
Өфө эргәһендә, М-5 «Урал» федераль автомобиль трассаһының 1428 километрында, ике кимәлле Шишмә юл үткәргесе 29 августа файҙаланыуға тапшырылды. Юл инфраструктураһы объектын РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, РФ транспорт министры Максим Соколов һәм Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ҡараны.
Йыл ярым эсендә төҙөлгән алты һыҙатлы юл – һәр йүнәлештә өсөшәр хәрәкәт һыҙаты – 1Б категорияһына ҡарай. Туҡранбаш формаһында эшләнгән юл үткәргесендә һул яҡҡа боролоу һәм бер кимәлдә транспорт ағымының киҫелеше юҡ.
- Был участок күптән техник характеристикаларға тап килмәй ине. Бында ошондай объект күптәнән талап ителде. — тине Максим Соколов. — Юл үткәргесе – был ҡасандыр көсөргәнешле киҫелеште үтеүҙә тиҙлек һәм уңайлыҡ ҡына түгел. Был тәү сиратта хәрәкәт хәүефһеҙлеге, ҡотҡарылған ғүмерҙәр һәм, әлбиттә, экология.
РФ транспорт министры билдәләүенсә, проект әҙерләү һәм төҙөү буйынса эштәрҙә, күп кенә башҡа мөһим юл объекттарҙы файҙаланыуға тапшырған, урындағы «Дортрансстрой» һәм 30-сы күпер төҙөү отряды компаниялары ҡатнашты.
Дөйөм алғанда әлеге ваҡытҡа федераль трассаларҙың торошо, Максим Соколовтың фекеренсә, яҡшыларҙан түгел, әммә алдағы йылдарҙа хәл үҙгәрергә тейеш:
- Бөгөн федераль юлдарҙың тик 50 проценты ғына норматив хәлдә, — тине министр. — Әммә, юл фондтары, кеүек инструменттар булғанлыҡтан беҙ киләсәккә ҡыйыу ҡарайбыҙ һәм 2018 йылға юлдарыбыҙҙың күпселек өлөшө норматив хәлгә килтереләсәген аңлайбыҙ.
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов юл үткәргесен проектлауҙа һәм төҙөүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтте. Уның фекеренсә, «М-5 һәм М-7 трассаларын модернизациялау буйынса эштәр яҡшы бара», һәм бер нисә йылдан, Башҡортостан территорияһы буйлап үткән, федераль юлдар бөтә хәүефһеҙлек талаптарына тап киләсәк.
«Федераль юл агентлығының Һамар – Өфө – Силәбе автомагистрале менән идара итеү» федераль ҡаҙна учреждениеһы мәғлүмәттәре буйынса, яңы объектҡа федераль бюджеттан 1,2 миллиард һум йүнәлтелгән. Журналистарға идаралыҡтың капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Александр Михайлов аңлатыуынса, был аҡса проектлауға һәм төҙөлөшкә генә түгел, ә элек унда урынлашҡан «Шишмә» кафеһын һәм «Башкирнефтепродукт» автомобилгә яғыулыҡ ҡойоу станцияһын һүтеүгә лә, коммуникацияларҙы үҙгәртеп ҡороуға ла, һаҡлау сараларын үткәреүгә лә, урау юлдарҙы эшләргә лә тотонолған.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика