11:17 (UTC+5), 29 Августа 2014

Ағиҙел йылғаһы аша Өфөнөң яңы күперҙәре М5 һәм М7 федераль трассаларҙы тоташтырасаҡ

Розалия Вәлиева, Екатерина Соколова
Өфөлә РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, РФ транспорт министры Максим Соколов һәм Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов төҙөлөп килгән күперҙәрҙе ҡаранылар. Иң тәүҙә Ағиҙел йылғаһы аша Галле урамындағы хәҙерге күперҙән ағым буйынса 40 метрға юғарыраҡ урынлашҡан күперҙе ҡаранылар. Уның оҙонлоғо 836 метр тәшкил итәсәк, ә төҙөлөш хаҡы 4,8 миллиард һумға баһаланған. Тәүге автомобилдәр ағымын күпер 2016 йылдың июлендә ҡабул итә аласаҡ.
- Был бик мөһим объект, — тип билдәләне РФ транспорт министры Максим Соколов. — Күперҙәр тиҙ генә төҙөлмәй, һәм хатта өҫтәмә финанстар ҙа эште тиҙләтмәйәсәк.
Киләһе объект – Воровский урамындағы Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күпер. Бөгөнгә аркалы юл күперенең оҙонлоғо 637,3 метр.
- Был күпер 1947 йылда проектланған, 1953-56 йылдарҙа һалынған, — тип һөйләне Андрей Федин, иҫке күперҙең реконструкциялау проектын әҙерләүсе «Башкирдортранспроект» дәүләт унитар предприятиеһы директоры. — 2003 йылда белгестәр ентекле тикшереү үткәргән һәм күперҙе авария хәлендә тип танығандар, сөнки ул хәҙерге ауырлыҡты күтәрә алмай.
Күпер ҡала өсөн стратегик әһәмиәткә эйә – ул Өфөгә көньяҡтан инеү, Ырымбурға, Стәрлетамаҡҡа, Дим һәм Чесноковка биҫтәләренә сығыу юлы. Реконструкциянан һуң күпер оҙонлоғо 684 метр тәшкил итәсәк. Унда арка алынасаҡ, күпер айырылмаҫ, берҙәм буласаҡ.
- Өфө – М5 һәм М7 – ике трассала торған берҙән-бер ҡала, — тип билдәләне Андрей Федин. — Шуға күрә күперҙә һыҙаттарҙы арттырырға кәрәк. Реконструкциянан һуң улар инеү яҡҡа бишәү һәм сығыу яҡҡа алтау булып китәсәк.
Проектҡа ярашлы, төҙөлөш ике йыл дауам итәсәк. Эштәрҙең башланыу ваҡыты әлегә билдәһеҙ.
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың әйтеүе буйынса, яңыртылған ҡала транспорт коридоры – М5 һәм М7 – ике федераль трассаны тоташтыра аласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика