12:36 (UTC+5), 27 Августа 2014

Бүздәк районы хужалығында бойҙай уңышы иң юғары

Әлим Фәйезов
«Башкирагроинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Бүздәк бүлексәһе игенселәре ураҡ эшенең иң ҡыҙыу мәленә еткән – 27 авгусҡа иген культуралары бында 3000 гектарҙан йыйылған, йәғни бөтә майҙандың 65 проценты, 84344 центнер иген һуғылған.
Был хужалыҡта Бүздәк районында иген культураларының иң юғары уңдырышлылығы – гектарынан 28 центнер. Яҙғы культураларҙың уңдырышлылығы уртаса гектарынан 31,5 центнер тәшкил итә, ә Түреш бригадаһының йөҙ гектарлыҡ баҫыуында ул гектарынан 43 центнер сыға.
- Бөгөн юғары уңыш алған был баҫыуҙарҙа былтыр шәкәр сөгөлдөрө сәселгәйне. Улар яҡшы минераль ашламалар миҡдарын алған. Йәй дауамында бында сәсеүҙәр шулай уҡ күп тапҡыр ҡоротҡостарҙан һәм иген культураларының ауырыуҙарынан эшкәртелде, — тип һөйләне хужалыҡтың баш агрономы Ратмир Вәлиев. — Беҙ йыл һайын яҙғы бойҙайҙың «Омская-35», арпаның «Омская-95» элита орлоҡтарын сәсәбеҙ, тейешенсә, ул культураларҙың уңдырышлылығында сағылыш таба. Быйыл башҡа иген культуралары ла уңды. 300 гектар майҙанда үҫкән һоло тулыһынса урып алынды, гектарынан 32 центнерҙан ашыу уңыш бирҙе. Тағы ла юғарыраҡ арпаның уңдырышлылығы көтөлә, ул 950 гектарҙы биләй.
Хужалыҡта иген культураларының дөйөм майҙаны – 4573 гектар. Ураҡ эшенә 11 берәмек ACROS-580 иген урыу комбайны йәлеп ителгән. Иң ҡулайлы ваҡытта 1223 гектарҙа ужым арышы сәселгән. Бер үк ваҡытта киләһе йылға шәкәр сөгөлдөрөн сәсеүгә тупраҡ әҙерләнә, уны 2727 гектарҙа урынлаштырыу күҙаллана, тип хәбәр итте «Бүздәк яңылыҡтары» гәзите редакцияһы хеҙмәткәре Альфред Булатов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика