Баймаҡ районында Таналыҡ йылғаһында
гидротехник ҡоролманы капиталь ремонтлау буйынса эштәр башлана. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сара 2011-2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади үҫтереү урта сроклы комплекслы программа сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.