07:53 (UTC+5), 22 Августа 2014

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре башлана

Илья Спиридонов
23 августан алып 2 ноябргә тиклем Өфөлә ғәҙәттәгесә ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Һәр шәмбе һәм йәкшәмбе ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр, республиканың фермер һәм ярҙамсы хужалыҡтары өфөләргә ит һәм һөт ризыҡтарын, йәшелсә, картуф, бал һәм башҡа ауыл хужалығы продукттарын тәҡдим итәсәк.
Ҡала хакимиәте тарафынан йәрминкәләр уҙғарыу һәм уларҙа райондарҙың урынлашыу урындары билдәләнгән.
Дим районында сауҙа Правда урамы буйлап Таллин урамынан алып М. Йәлил урамына тиклем автомобиль юлы эргәһендә ойоштороласаҡ.
Киров районында ауыл хужалығы йәрминкәһе Эшсе хәбәрселәр урамындағы майҙанда эшләйәсәк.
Калинин районында йәрминкә бер үк ваҡытта дүрт урында барасаҡ: Интернациональ урамы буйындағы майҙансыҡта Машиналар эшләүселәр урамы менән киҫешкән урында, Мушников урамы буйлап 20-се йорт алдында, «Шаҡша» сауҙа-сервис комплексы янында һәм «Меркурий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Юлдаш» сауҙа-йәрминкә комплексында.
Орджоникидзе районында бер нисә майҙансыҡ асыласаҡ: Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы алдында, «Тирәктәр» сауҙа йорто һәм «Меркурий» сауҙа үҙәге алдындағы майҙандарҙа, «Урал» һәм «Лопатин» сауҙа-сервис комплекстары эргәһендә.
Октябрь районында йәрминкәләр «Гагарин» сауҙа-сервис комплексы эргәһендә һәм Спорт һарайы алдында үтәсәк.
Был аҙнала, 23 августа, Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда «Иглин һуғаны, Иглин балы-2014» йәрминкәһе уҙасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика