13:53 (UTC+5), 21 Августа 2014

Төбәктә 900 мең тоннанан ашыу яңы уңыш һуғып алынған

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Илья Спиридонов
Иген урып йыйыу кампанияһы барышында Башҡортостанда 904 мең тонна яңы уңыш һуғып алынған, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Мәләүез районы аграрийҙары, 70 мең тоннаға яҡын иген урып, иң ҙур өлөш индергән. Бында шулай уҡ иң юғары уңдырышлылыҡ билдәләнә. Шулай итеп, ужым культуралары гектарынан 28,2 центнер (республика буйынса уртаса уңдырышлылыҡ – гектарынан 14,9 центнер), борсаҡ - 19,2 центнер (17,2 ц), арпа – 23,7 центнер (17,3 ц), һоло – 24,5 центнер (14,1) бирә.
Бөтәһе республика буйынса ашлыҡ 642 мең гектарҙа урылған (пландың 36 проценты), 595 мең гектарҙа (33 процент) һуғылған. Ужым 458 мең гектарҙа (93 процент), борсаҡ – 18,1 мең гектарҙа (54 процент), арпа – 62,4 мең гектарҙа (16 процент), һоло – 43 мең гектарҙа (29 процент) һуғылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика