06:12 (UTC+5), 21 Августа 2014

Республика башлығы UrbanБайрам ҡала төҙөлөшө форумы эксперттары менән осрашты

Сергей Захаров
20 августа республика Йортонда Рөстәм Хәмитов UrbanБайрам икенсе ҡала төҙөлөшө форумы эксперттары менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Башҡортостан ҡалаларының стратегик үҫеше, сифатлы ҡала мөхитен булдырыу, транспорт системаһының һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
- Республика етәксеһе вазифаһында эшләй башлағандан алып мин һәр ваҡыт кешеләрҙең йәшәү сифатын арттырыу темаһына иғтибар иттем, ул иһә эш хаҡын арттырыу, балалар баҡсаларында урындар булдырыу мәғәнәһендә генә түгел, ә кешеләребеҙ йәшәгән мөхит сифатына ла. Уның илдә лә, республикала һәм Өфөлә лә бик яҡшы булмауы күренеп тора ине. Ял итеү зоналары булмағанлыҡтан, ҡала мөхитенең кешеләргә бер туҡтауһыҙ баҫымы сәбәпле ҡала эсендә, хатта ҡасабала йөрөгөндә лә ҙур ҡыйынлыҡтар кисерәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Уның әйтеүе буйынса, «кешеләргә ял итергә, ғаилә менән ваҡыт уҙғарырға урындар юҡ».
- Әлбиттә, был граждандарҙы бик асыуландыра һәм һөҙөмтәлә насар хеҙмәт етештереүсәнлегенә килтерә. Был хаҡта күп һөйләргә була, әммә дуҫтарса, уңайлы ҡала мөхите властҡа йәки яҡшы эшләргә кәрәк тигән өндәүҙәргә ҡарағанда күберәк һөҙөмтә бирә, — тип билдәләне республика башлығы.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика