12:59 (UTC+5), 04 Июля 2014

«Урал аръяғы-2014» инвестиция форумында Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләре менән төбәк-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
"Башинформ"
Сибайҙа барған, «Урал аръяғы-2014» төбәк-ара инвестиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте һәм Ырымбур, Ҡурған өлкәләре Хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник, социаль, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Документты Рөстәм Хәмитов, Юрий Берг һәм Алексей Кокориндың ҡултамғалары менән нығыттылар.
Журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, Рөстәм Хәмитов, ниндәй ҙә булһа өлкә йәки республика хөкүмәтенең бурысы – кешеләрҙең йәшәү сифатын арттырыу, тип билдәләне. Уға тик иҡтисади үҫеш булғанда ғына ирешеп була. Уның фекере буйынса, бындай килешеүҙәр төҙөү, яңы бәйләнештәр ҡороуға йоғонто яһаусы, бизнесҡа яҡшы сигнал бирә.
- Сөнки йыш ҡына директорҙар корпусы, предприятиелар етәкселәре төбәк етәкселегенән өлгө ала: беҙҙең етәкселәр килешеүгә ҡул ҡуйҙы, өҫтәүенә беҙгә бергәләп эшләргә кәрәк. Бер-беребеҙҙең иҡтисадын өйрәнеү, иҡтисади потенциалды нығытыу башлана. Сик буйындағы территорияларҙы ғына түгел, был процесс территорияларҙың эскә табан инеүе менән оҙатыла. Был бик мөһим. Муниципаль властар, төбәк етәкселәре, предприятиелар директорҙары миҫалы яңы иҡтисади мөнәсәббәттәр булдырыу өсөн позитив булып тора. Беҙ берҙәм иҡтисади территориялар булараҡ эшләй башлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең субъекттар араһында сиктәр шартлы ғына булып ҡала.
Журналистар менән әңгәмәләшеп, Ырымбур өлкәһе башлығы Юрий Берг төбәктәребеҙҙең бер-береһе менән күп йылдар хеҙмәттәшлек итеүен билдәләне.
- Мәҫәлән, Гай районы һәм Орск ҡалаһы Хәйбулла районы, Сибай һәм Баймаҡ менән бер туғандар кеүек, — тине ул.
Алексей Кокорин төбәк-ара һәм муниципаль-ара хеҙмәттәшлектең предприятиелар араһында эшмәкәрлек мәсьәләләрен тәрәнерәк өйрәнергә мөмкинлек биреүен айырып әйтте.
- Былтыр Шадрин ҡалаһы менән бер нисә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнөк. Ҙур ихтыяж менән файҙаланған, Башҡортостан продукцияһын һатыу өсөн бер нисә сауҙа нөктәһен астыҡ. Беҙ, үҙ яғыбыҙҙан, юл техникаһы, автобустар менән тәьмин итәбеҙ, — тип һөйләне Ҡурған өлкәһе башлығы.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сара сиктәрендә бөтәһе өс төбәк-ара һәм һигеҙ муниципаль-ара килешеү, шулай уҡ шәхси компаниялар менән ниәттәр тураһында дүрт протокол төҙөлгән.
Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеү сиктәрендә ағасты тәрән эшкәртеү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тураһында «Синьдунмин» һәм ҡортсолоҡто үҫтереү тураһында Elephant Alliance International Economy and Trade Center Ҡытай компаниялары менән ниәттәр тураһында протоколдар төҙөлдө.
Агросәнәғәт өлкәһендә инвестиция проекттарын «Prokator» Венгрия компанияһы тормошҡа ашырырға планлаштыра, ә «Пенетрон-Рәсәй» компанияһы һыуҙан һаҡлағыс изоляция материалдар заводын төҙөү мөмкинлеген өйрәнә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика