07:53 (UTC+5), 01 Июль 2014

Башҡортостан һәм «Авиация ҡорамалдары» хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙылар

"Башинформ"
Ҡариҙел районында Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Авиация ҡорамалдары» «Ростех» Дәүләт корпорацияһы холдингы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.
Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, килешеүҙең төп маҡсаттарының береһе – холдинг, Өфө дәүләт авиация техник университетының һәм БР Хөкүмәтенең уртаҡ проекттарын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу нигеҙендә «Авиация ҡорамалдары» предприятиелары хеҙмәткәрҙәренең даими уҡыу-уҡытыуын үҫтереү. Яҡтар авиация сәнәғәт предприятиеларының иҡтисади үҫеше һәм юғары профессиональ белем биреү системаһы өсөн уңайлы шарттар, шулай уҡ юғары етештереүсән эш урындары булдырыу өҫтөндә бергәләп эшләргә ниәтләнә.
Хеҙмәттәшлек профессиональ белем биреү һәм авиация сәнәғәте предприятиелары белгестәрен яңынан әҙерләү программаһын үҫтереү өлкәһендә бер төркөм йүнәлештәр буйынса ғәмәлгә индереләсәк. Атап әйткәндә, яҡтар мәғариф һәм инженер белгестәрен әҙерләү өлкәһендәге проекттар өсөн инвестиция ресурстарын йәлеп итеү һәм һөҙөмтәле ҡулланыу шарттарын булдырыу өҫтөндә эшләйәсәк. Бынан тыш, килешеү өҙлөкһөҙ ғилми-техник эш өсөн вуз-ара үҙәкте ойоштороу буйынса сараларҙы әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа студенттарҙың һәм аспиранттарҙың ҡатнашыуын күҙ уңында тота.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, «авиация ҡорамалдарын етештереү – ул мөһим йүнәлеш, унһыҙ бөгөн заманса авиация эшләй алмай. Был килешеүгә ҡул ҡуйыу беҙҙең өсөн мөһим аҙым, сөнки ул предприятиеларыбыҙҙың, уҡыу йорттарының үҫешенә һәм яңы эш урындарын булдырыуға яңы импульс бирәсәк».
Авиахолдинг башлығы Максим Кузюктың әйтеүе буйынса, «бөгөн Башҡортостан территорияһында урынлашҡан предприятиеларҙа алты меңләп кеше эшләй. Улар араһында байтаҡ ҡына инженерҙар. Был кадрҙарҙы һәм махсус программаларҙы әҙерләү, әлбиттә, беҙҙең өсөн бик мөһим, ул предметты тәрәнерәк өйрәнәсәк һәм беҙҙең эште уңайлыраҡ итәсәк».
Ул шулай уҡ квалификациялы белгестәрҙе әҙерләү буйынса программаның 1 сентябрҙә башланыуын билдәләне.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика