12:42 (UTC+5), 27 Июня 2014

Республика башлығы: «Беҙҙең асыштарҙы дөйөм тәғәйенләнештәге авиацияла уңышлы файҙаланырға мөмкин»

"Башинформ"
Үтә еңел һауа судноларын етештереү йәки йыйыу менән шөғөлләнгән авиация предприятиеларының технологик потенциалын файҙаланыу перспективалары 27 июндә, Кушнаренко районының «Первушино» аэродромында уҙған, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Дөйөм тәғәйенләнештәге авиацияны үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияның күсмә ултырышында тикшерелде.
Башҡортостанда эшләүсе «Кондор» предприятиеһы ике урынлы «Саванна» һәм «Вимана» Италия самолеттарын, шулай уҡ СН-801 Канада самолетының дүрт урынлыҡ моделен йыя. Шулай уҡ республикала вертолет («АЭРОСОЮЗ-ӨФӨ») һәм ике автожир үҙәк («Магни Гиро РУС» һәм «АвтоГиро МСК») эшләй.
«Әммә беҙҙә иң мөһиме – ул Күмертау авиация етештереү предприятиеһы бар, унда ярты быуаттан ашыу донъяның тиҫтәләгән илдәрендә файҙаланған беренсе класс вертолеттарын эшләйҙәр, — тине үҙенең сығышында Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов. – Уны бәләкәй авиация техникаларын эшләүгә ҡыҙыҡһындырырға кәрәк».
Әлеге ваҡытта Күмертау авиация етештереү предприятиеһы Ка-27 ПС (эҙләү-ҡотҡарыу), Ка-28, Ка-29 (транспорт-хәрби), Ка-31 (радиолокация), Ка-32А (урта кластағы күп маҡсатлы), Ка-32А11ВС (күп маҡсатлы), Ка-226 (еңел күп маҡсатлы) вертолеттарын эшләй. Күмертауҙа белдекле кадрҙар ҙа, яйға һалынған етештереү процесы ла, инжиниринг та бар.
«Һеҙ барығыҙ ҙа Rotorfly вертолетының нисек осоп күрһәтеүенә шаһит булдығыҙ. Ул Күмертауҙа эшләнгән. Инде 8-10 йыл был вертолеттың серия сығарылышының кәрәклеге тураһында һөйләшеүҙәр бара, әммә әлегә барыһы ла үҙгәрешһеҙ ҡала. Хәҙер Ҡытай, Германия ҡыҙыҡһына башланы. Ысынында иһә, улар беҙҙең яҡшы машинаны «алып китә» һәм үҙҙәрендә сығара, ә һуңынан беҙгә һата ала. Был конкуренцияға һәләтле, ҡыҙыҡлы продукт. Бындай машиналар үҙебеҙгә кәрәк», – тине Рөстәм Хәмитов.
«Ротор» тәжрибә-конструкторҙар бюроһында (Күмертау авиация етештереү предприятиеһы) әҙерләнгән Rotorfly үтә еңел вертолет үҙенең тауышһыҙ булыуы һәм еңеллеге менән айырыла. Вертолеттың осоп менеү ауырлығы – 490 килограмм. Ул тиҙлеген сәғәтенә 160 саҡрымға тиклем арттыра һәм өҫтәмә заправкалауһыҙ 400 саҡрым оса ала. Машина 4500 метр бейеклеккә тиклем күтәрелә ала һәм сағыштырмаса яғыулыҡты аҙ сарыф итеүе менән айырыла – сәғәтенә 15 литр. Бындай вертолет – патруллек иткәндә, ауыл хужалығы эштәрен башҡарғанда конкуренциянан ситтә. Вертолетта парашют ҡотҡарыу системаһы ҡуйылған. Шулай уҡ вертолетты махсус автопилот менән йыһазландырыу планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика