12:59 (UTC+5), 27 Июнь 2014

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Игорь Левитин менән осрашты

"Башинформ"
27 июндә Республика Йортонда Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Игорь Левитин менән эш осрашыуын үткәрҙе. Башҡортостанда авиация һәм юл төҙөлөшө өлкәһендә проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
- Дөйөм тәғәйенләнештәге авиация темаһы беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы. Республика ҙур. Бер осонан икенсеһенә тиклем төньяҡтан көньяҡҡа 600 саҡрымдан ашыу, көнбайыштан көнсығышҡа 300, ҡайһы бер урындарҙа хатта 400 саҡрым. Авиацияһыҙ бындай киңлекте, әлбиттә, уратып алып булмай. Был йүнәлештә нисек үҫешеү, нимә эшләү пландарыбыҙ бар. Беҙ авиация техникаһын етештереү буйынса һөйләшергә теләйбеҙ. Беҙҙең ике эре – моторҙар һәм вертолеттар заводы бар. Улар, әлбиттә, яңы проекттарҙа ҡатнашырға теләй, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Уның әйтеүе буйынса, Ка-27, Ка-32, Ка-226 тыш, республикала шулай уҡ яңы асыштар бар – бәләкәй вертолеттар, үтә бәләкәй вертолеттар. Уларҙы ағымға ҡуйырға кәрәк, сөнки техниканың ихтыяжда булыуы ихтимал. Һис шикһеҙ, аэродромдар селтәре тураһында ла уйлау зарур. Ул совет заманында республикала ҙур ине. Ан-2-ләр бөтә республика буйынса осто.
- Беҙ хәҙер уның мөмкин булмауын аңлайбыҙ, әммә Өфөнән 400 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан райондар бар, улар менән авиация хәрәкәтен көйләргә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика