16:52 (UTC+5), 25 Июнь 2014

Башҡортостандың дүрт районы ҡара сиңертке ябырылыуына дусар булды

Илья Спиридонов
Был аҙнала ауыл хужалығы сәсеүлектәрендә, болондарҙа һәм көтөүлектәрҙә ҡара сиңерткеләрҙең киң таралыуы менән бәйле республиканың Учалы һәм Йылайыр райондарында ғәҙәттән тыш режим индерелде, тип хәбәр итә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте. Шулай итеп, ҡара сиңерткеләрҙең ябырылыуына дусар булған райондарҙың һаны дүрткә етте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнанан алып ғәҙәттән тыш режим Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында индерелгән.
Учалы районы территорияһында ғәҙәттән тыш режим 23 июндән алып иғлан ителгән. Бөгөнгө көнгә 19,8 мең гектарҙа (тикшерелгән майҙандың 85 процентында) ҡоротҡостарҙың барлығы асыҡланған. 150 гектарҙа ауыл хужалығы сәсеүлектәре юҡ ителгән. Ҡара сиңерткеләр төрөнөң һаны бер квадрат метрҙа 22 ҡарышлауыҡҡа етә. Химик эшкәртеү 2,8 мең гектар (пландың 31 проценты) майҙанда башҡарылған. Ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөүгә 24 кеше һәм 12 берәмек техника йәлеп ителгән.
Йылайыр районында ғәҙәттән тыш режим 24 июндән башланды. Ҡара сиңерткәләр 4,9 мең гектар майҙандағы ауыл хужалығы культураларын зарарлаған. Ҡоротҡостарҙың һаны бер квадрат метрҙа 28,5-кә тиклем етә.
Республикала ҡоротҡостар бөтәһе 45 меңдән ашыу гектарҙы биләп алған. Ғәҙәттән тыш хәл режимы махсус бойороҡҡа тиклем һаҡланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика