Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.32
+0.21
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Июнь 2014, 17:23

Рөстәм Хәмитов граждандар мөрәжәғәттәрен ҡарау һөҙөмтәлелеге буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов граждандар мөрәжәғәттәрен ҡарау һөҙөмтәлелеген контролдә тотоу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. «Власть алдына кешеләр ҡуйған мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөнлөклө булып тора», тип билдәләне төбәк башлығы. Кәңәшмә барышында Рөстәм Хәмитов үҙе граждандарҙы ҡабул иткәндән һуң биргән йөкләмәләрҙең үтәлеше буйынса отчет ҡабул итте. Ул Шаҡша биҫтәһен һәм Өфөнөң Көньяҡ битләүен төҙөкләндереү, Сибайҙа художество мәктәбен төҙөү, Шамонино ҡасабаһында һәм Нефтекаманың яңы биҫтәләрендә юл һалыу, Ҡырмыҫҡалы ауылында 13 күп фатирлы йортты һыу үткәргесе һәм канализация менән тәьмин итеү.
- Эш башлаған тәүге көндән алып властың асыҡлығы тураһында белдерҙек һәм уны йәмәғәт ҡабул итеүҙәр, социаль селтәрҙәр, «Асыҡ республика» проекты аша раҫланыҡ. Власть органдарының электрон ҡабул итеү хеҙмәттәре булдырылды. Һөҙөмтә булараҡ – 2010 йылдан алып 2012 йылға ҡәҙәр мөрәжәғәт итеүҙәрҙең һаны йыл һайын 25 процентҡа артты. Тимәк кешеләр беҙгә ышанды, беҙҙә үҙҙәренең яҡлаусыларын күрҙе, беҙҙең власты үҙҙәренеке кеүек ҡабул итте. Һәм, әлбиттә, был ышанысты юғалтырға хоҡуғыбыҙ юҡ, — тип белдерҙе республика башлығы. — Хәҙер граждандарҙы шәхси ҡабул итеүгә баҫым яһайбыҙ. 2011 йылдан алып минең башланғыс буйынса Премьер-министр урынбаҫарҙары, министрлыҡ һәм ведомстволарҙың яуаплы кешеләре даими күсмә ҡабул итеүҙәр үткәрә. Ошо йылдан алып Президент Хакимиәте яңы эш итеү формаһын башланы, ә тап – бер үк ваҡытта бер нисә республика һәм федераль власть органдары етәкселеге ҡатнашлығында киңәйтелгән күсмә ҡабул итеүҙәр. Практика күрһәтеүенсә, ул кешеләр менән аралашыуҙың иң һөҙөмтәле формаһы. Ҡайһы берҙә мәсьәләне хәл итеү ысулы шунда уҡ табыла. Һөҙәмтәлә былтыр һәм быйыл почта аша яҙышыу кәмене.
Рөстәм Хәмитов почта кәмеүенең икенсе сәбәбе тип башҡарыу өҫтөндәге контролде атаны.
- 2010 йылда контролгә граждандарҙың 2700 мөрәжәғәте алынғайны. 2013 йылда – 6000, 2,5 тапҡырға күберәк. Беҙ башҡарыусыларҙың яуаптары сифатына талаптарҙы арттырҙыҡ. Яуап алып, мөрәжәғәт бөтә яҡтан ҡаралғанға тиклем уны контролдән төшөрөргә ашыҡмайбыҙ. Кәрәк булғанда башҡарыусыларҙың яуабын яңынан эшләп бөтөрөргә ебәрәбеҙ. Ғөмүмән, һәр осраҡ буйынса һөҙөмтәгә эйә булырға тырышабыҙ. Кешеләр беҙгә ауыр минуттарҙа мөрәжәғәт итә. Улар ҡатмарлы, үҙ проблемаларын хәл итеү юлын тапмаған саҡта. Һис шикһеҙ, ғәҙеллеккә эйә булыуҙа уларға ярҙам итергә тейешбеҙ, — тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов быға оҡшаш кәңәшмәләрҙең йылына ике тапҡыр үткәреләсәген хәбәр итте.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: