10:52 (UTC+5), 23 Июня 2014

Ирландия Башҡортостан менән медицина һәм ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк

Илья Спиридонов
Башҡортостан һәм Ирландия медицина асыштары һәм ауыл хужалығы өлкәһендә бергәләп ғилми тикшеренеүҙәр алып барасаҡ һәм хеҙмәттәшлек итәсәк. Был хаҡта, Өфөгә эш сәфәре менән килгән, Ирландияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Оун О’Лири республиканың Фәндәр академияһы етәкселеге менән осрашыуҙа хәбәр итте.
- Ирландия һәм Башҡортостан – ғилми һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн иң яҡшы уҙаҡташтар. Башҡортостан – беҙгә Рәсәй Федерацияһы баҙарына инеү өсөн бик яҡшы төбәк, ә Ирландия – Европа Союзы баҙарына инеү өсөн бик яҡшы ҡапҡа, — тип билдәләне Оун О’Лири.
Осрашыуҙа БР Фәндәр академияһы вәкилдәренең Ирландияға эш сәфәре йомғаҡтарын тикшерҙеләр. Эш сәфәре барышында сәнәғәт компаниялары, ауыл хужалығы предприятиелары һәм тикшеренеү институттары менән бер төркөм осрашыуҙар уҙҙы. Уларҙың һөҙөмтәһендә өҫтөнлөклө хеҙмәттәшлек йүнәлештәре билдәләнде, улар иҫәбендә – Европа баҙарына инновацион медицина эштәрен сығарыу, республикала һарыҡсылыҡ һәм спорт йылҡысылығын үҫтереү, малсылыҡ ҡалдыҡтарын эшкәртеү.
«Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәлә Оун О’Лири шуны аңлатты, сәфәрҙең төп маҡсаты – ул Ирландия һәм Башҡортостан араһында тәү сиратта сауҙа һәм ауыл хужалығы кеүек өлкәләрҙә ышаныслы бәйләнештәр булдырыу. Ул, Рәсәйгә ҡарата Евросоюз тарафынан индерелгән санкциялар үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә тәьҫир итмәйәсәк, тигән ышаныста.
- Хәҙер айырым шәхестәргә һәм компанияларға ҡарата икенсе санкциялар пакеты ғәмәлгә ашырыла. Иҡтисади санкцияларҙы күҙ уңында тотҡан өсөнсө пакет әлегә ҡабул ителмәгән. Украина конфликты деэскалацияһы әкренләп көс йыйыуына ышанабыҙ. Һәм беҙ тыныс процесҡа һәм хеҙмәттәшлеккә ҡайтасаҡбыҙ. Ни булһа ла Ирландия һәм Евросоюз дөйөм алғанда Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә теләй. Беҙ сауҙа алып барырға, йөрөргә тырышабыҙ, — тине Оун О’Лири.
Дипломаттың ике көнлөк сәфәре сиктәрендә Ирландия һәм Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Шулай уҡ Ирландия делегацияһы БР Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашасаҡ, «Аҡбуҙат» ипподромында һәм республика онкология диспансерында буласаҡ.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика