04:44 (UTC+5), 30 Мая 2014

«Ямал-Волга буйы» проектын федераль «Стратегия – 2030»-ға индерергә кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Эльвира Латипова
«Ямал-Волга буйы» магистраль торба үткәргесен төҙөү проектын 2030 йылға тиклем химия һәм нефть химияһы комплексын үҫтереү стратегияһына индерергә кәрәк, тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. Әлегә проект инициаторҙары федераль кимәлдә аңлау тапмай.
- Был объект 2030 йылға тиклем химияны үҫтереү стратегияһына инмәй ҡалды. Себерҙән Волга буйына сеймал менән тәьмин итеү өҫтөндә эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Был өлөштә стратегияны ҡайтанан ҡарауҙарын һораясаҡбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов кесе йома көнө Өфөлә «Ҙур химия» сиктәрендәге брифингта. — Беҙҙе ишетмәйҙәр, тыңламайҙар һәм сеймал темаһына бер яҡлы ҡарайҙар.
Башҡортостан Президентының әйтеүе буйынса, Себерҙәге хәлде өйрәнергә һәм проекттың техник-иҡтисади нигеҙен әҙерләргә кәрәк.
- Техник-иҡтисади нигеҙ әҙерләү эше осһоҙ түгел – 200 миллион һумлап. — Ресурстар табырбыҙ тип ышанам, техник-иҡтисади нигеҙ эшләтеп, дөрөҫ эш алып барғаныбыҙҙы раҫларбыҙ.
Башҡортостан, Татарстан һәм Ямал-Ненец автономиялы округы (ЯНАО) араһында «Ямал-Волга буйы» маршруты буйынса нефть химияһы углеводород сеймалын транспортлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү буйынса ниәттәр протоколына 2012 йылдың майында Өфөлә «Ҙур химия» форумында ҡул ҡуйылды. 2013 йылдың 30 ғинуарында проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн яҡтар 45 миллион һум күләмендә устав капиталы менән «Ямал-Волга буйы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторолдо. Ойоштороусылары – «Төбәк фонды» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (акцияларҙың 33,3 проценты), «Ямал» төбәк инновация-инвестиция фонды» коммерцияға ҡарамаға ойошма (33,3) һәм «Нижнекамскнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (33,4).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика