10:52 (UTC+5), 30 Май 2014

Республикала нефть-газ инжиниринг кластеры булдырылды

Розалия Вәлиева
Башҡортостан Республикаһының нефть-газ инжиниринг кластеры ҡатнашыусыларының берләштерелгән эшмәкәрлеге тураһында килешеү Өфөлә 30 майҙа «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында төҙөлдө.
Кластер составына «Башгипронефтехим» дәүләт унитар предприятиеһы, «Салауатнефтехимпроект» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «ОЗНА-Инжиниринг» ғилми-производство предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Нефтепромавтоматика» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Нефтегазинформатика» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Промэксперт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «ВНЗМ» акционерҙар компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм башҡа предприятиелар инде. Бынан тыш, нефть һәм газ химияһы кластерына Өфөнөң өс юғары уҡыу йорто: Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты инде.
- Нефть-газ инжиниринг кластерында фән һәм нефть-газ тармағын проектлау менән шөғөлләнгән өс предприятие тора, — тип аңлатты БР Нефть-химия эшкәртеү институты директоры Эльшад Теләшев. — Әлеге ваҡытта 30-лаған предприятие кластерға инергә ризалыҡ бирҙе.
- Беҙ мәғлүмәти майҙан булдырабыҙ. Берҙәм мәғлүмәттәр банкында һәр предприятиеның – ниндәй программа продукттары, ниндәй белгестәр барлығы тураһында мәғлүмәт тупланасаҡ. Шулай уҡ махсус «болотло» сервис эшләү планлаштырыла. Унда технологик иҫәпләүҙәр өсөн программалар буласаҡ,— тине Эльшад Теләшев.
- Элек инжиниринг тарҡау формала ине. Хәҙер компетенциялары булған предприятиелар берләшеп тышҡы компаниялар өсөн конкуренцияға нығыраҡ һәләтлерәк була башланы, — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов.
Дмитрий Шароновтың әйтеүе буйынса, кластер составындағы предприятиелар халыҡ-ара баҙарға сыға аласаҡ. Атап әйткәндә, Венесуэлала һәм Фарсы ҡултығы илдәрендә эшләү планлаштырыла.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика