16:36 (UTC+5), 29 Май 2014

Яңы сәнәғәт предприятиеларына һалымға ташламалар һәм арзан кредиттар биреләсәк – РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы

Эльвира Латипова
Әлеге ваҡытта яңы предприятиелар өсөн һалым ташламаларын күҙ уңында тотҡан сәнәғәт сәйәсәте тураһында яңы закон әҙерләнә. Был хаҡта Өфөлә барған «Ҙур химия» IV Халыҡ-ара форумында Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының химик-технологик һәм урман сәнәғәте департаменты директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир Потапкин хәбәр итте.
Владимир Потапкин шулай уҡ Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы һәм ете банк пулы араһында сәнәғәт производствоһын кредитлау өлкәһендә килешеүгә ҡул ҡуйыуҙы планлаштырыу хаҡында хәбәр итте. Килешеүҙең маҡсаты – «ҙур булмаған предприятиеларға финанслау сығанаҡтарына юлды ябайлаштырыу һәм кредиттарҙы хеҙмәтләндереүгә сығымдарҙы кәметеү». Әҙерләнеп килгән документ «Рәсәй территорияһында объекттар төҙөлөшө тураһында инвестиция ҡарарын ҡабул итеү өсөн» ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән.
- Илебеҙҙә импортты тулыһынса алмаштырып булмай, — тине Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы департаменты башлығы. — Ул талап ителмәй ҙә. Тигеҙләнгән модель төҙөйәсәкбеҙ, шуның менән бергә импорт һәм ватан производствоһы араһындағы нисбәт милли именлекте һәм сил ил уҙаҡташтарының кәйефенән бойондороҡһоҙлоҡто тәьмин итерлек итеп эшләнәсәк.
Фекер алышыуҙар йомғаҡтары буйынса «Ҙур химия»ла импортты алмаштырыу буйынса эш планы төҙөлөргә тейеш. Был пландарҙы «Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең ҡушыуы буйынса Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы һәм Энергетика министрлығы әҙерләгән саралар планына индереү талап ителә». 2014 йылдың икенсе ярты йыллығында ошо планды РФ Хөкүмәте ултырышында ҡарау күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика