11:59 (UTC+5), 29 Мая 2014

Башҡортостан Хөкүмәте менән Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Эльвира Латипова
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән «Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ, кесе йома Өфөлә асылған, «Ҙур химия» IV Халыҡ-ара форумында раҫланды. Килешеүгә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы президенты Кирилл Тюрденев ҡул ҡуйҙы.
Килешеүҙе рәсмиләштергәндән һуң брифингта, документ Башҡортостанда яңы полиэтилентерефталат производствоһы төҙөлөшөнә этәргес булып торорға тейеш, тип билдәләнде.
- Берләштерелгән нефть химияһы компанияһын ойоштороу тарихы бер нисә йыл һуҙыла. Әлбиттә, ниһәйәт һүҙҙән эшкә күсербеҙ – төҙөлөш башланасаҡ, яңы предприятие барлыҡҡа киләсәк тип ышаныбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Хөкүмәт үҙ яғынан төрлө ташламалар бирергә әҙер. Тик төҙөлөш тиҙерәк башланһын һәм яңы эш урындары, яңы предприятиелар барлыҡҡа килһен генә.
Кирилл Тюрденевтың әйтеүе буйынса, был этапта Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы һәм Мексиканың Alpek концернының уртаҡ предприятиеһы ойошторолдо, заводты проектлау башланды. Яҡын ваҡыт арауығында «проектлауҙы тамамларға һәм төҙөлөш буйынса майҙансыҡҡа сығырға тейешбеҙ».
- Дөйөм инвестициялар – ул тәртиптә 700 миллион доллар, паритет башланғыстарында индерелә: беҙҙең яҡтан 51 процент һәм коллегаларыбыҙ яғынан 49 процент, — тине Кирилл Тюрденев. — Проекттың маҡсаты – полиэтилентерефталат импортын алмаштырыу.
Документ биш йылға, оҙайтыу мөмкинлеге менән иҫәпләнгән. Яҡтар «Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисадын үҫтереү һәм уның инвестиция йәлеп итеү кимәлен күтәреү маҡсатында Башҡортостан территорияһында компанияның инвестиция проекттарын һөҙөмтәле ғәмәлгә ашырыу буйынса үҙ эшмәкәрлеген координациялауға, шулай уҡ республика территорияһынгда инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы системаһын тормошҡа ашырыуға» үҙҙәренә йөкләмәләр алды.
«Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – вертикаль интеграцияланған нефть химияһы төркөмө, «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә инә. Башҡортостандың «Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Туймазы газ эшкәртеү предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Шкапов газ эшкәртеү предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Бисфенол» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә эйә.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика