Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Май 2014, 16:31
Пенсионерҙарҙың иҫәбе республикала 1,6 процентҡа, уртаса пенсия – 9 процентҡа артҡан
Башҡортостанда пенсионерҙарҙың иҫәбе 1 апрелгә ҡарата 1111,1 мең кеше тәшкил итә, ул 2013 йылдың ошо уҡ ваҡытынан 1,6 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта уртаса пенсия 9 процентҡа – айына 9 416,2 һумдан 10264,2 һумға тиклем артҡан. Был һандар менән Башҡортостанстат таныштыра.
Республиканың бөтә пенсионерҙарынан 91,3 проценты, йәғни 1013,9 мең кеше, хеҙмәт пенсиялаһы ала. Уларҙан пенсиялар ҡартлыҡ буйынса 913,5 мең кешегә (уның уртаса күләме республика буйынса айына 10875,9 һум тәшкил итә), инвалидлыҡ буйынса – 46,6 мең кешегә (6983 һум), ҡараусыһын юғалтыу буйынса – 53,8 мең кешегә (7357,5 һум) бирелә.
Социаль пенсияның уртаса күләме айына 7487,2 һум тәшкил итә. Уны республиканың 93,1 пенсионеры ала.
Автор:
Эльвира Латипова
Теги:
пенсиялар
статистика
башҡортостанстат
Читайте нас