Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.26
-0.03
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Май 2014, 16:12

Республика башлығы Шанхайҙа POWERCHINA компанияһы етәкселеге менән осрашты

20 майҙа Шанхайҙа (Ҡытай Халыҡ Республикаһы) Рөстәм Хәмитов POWERCHINA компанияһы етәкселеге менән осрашыу үткәрҙе.
Компанияның генераль директоры урынбаҫары Яо Цзян осрашыуға ике дәүләт башлыҡтары – Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин ҡатнашлығында уҙған POWERCHINA һәм «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһынан килеүен һөйләне.
- Ҡытайҙа беҙҙең компания гидроҡоролмаларҙың, гидроэлектростанцияларҙың 70 процент самаһын төҙөгән һәм донъяла гидротехник эштәрҙең 50 процент самаһын башҡарған. Шулай уҡ автомобиль юлдары, күперҙәр, тоннелдәр төҙөйбөҙ. 1000 километрҙан ашыу «Шанхай-Пекин» шәп тиҙлектә йөрөй торған магистралдең 300 километрын беҙ һалдыҡ. Метрополитен юлдарын да проектлайбыҙ һәм һалабыҙ, — тип һөйләне Яо Цзян. — Республикағыҙ социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса Рәсәй Федерацияһында алдынғы төбәктерҙең береһе икәнлеген беләбеҙ һәм Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеккә ҙур ышаныстар бағлайбыҙ.
- Һеҙҙең компанияғыҙ менән күптән һөйлләшеүҙәр алып барабыҙ һәм уртаҡ эшкә төплө әҙербеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Хәҙер Өфөлә «СиноГидро» (POWERCHINA төркөмөнә инә) компанияһы офисын асыу мәсьәләләрен тикшерәбеҙ. Эштәребеҙ бик күп: энергетиканы ла, инфраструктураны ла үҫтерәбеҙ, спорт ҡоролмалары, юлдар һалабыҙ.
Рөстәм Хәмитов POWERCHINA делегацияһын республика территорияһында эшләүсе «РусГидро», «Интэр РАО», «Башнефть» һәм башҡа энергетик, нефть компаниялары менән уртаҡ проекттарҙы тикшереү өсөн Башҡортостанға саҡырҙы.
Башҡортостан Президенты шул уҡ көндә ике дәүләт башлығының килешеүгә ҡул ҡуйыуҙарын, уның буйынса Рәсәй менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы бизнесы тығыҙ эш итәсәген билдәләне.
- Беҙгә хеҙмәттәшлегебеҙҙе киңәйтеп был килешеүгә булышырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙ Ҡытай Халыҡ Республикаһында өсөнсө көн һәм беҙгә ҡарата йылы мөнәсәбәтте күрәбеҙ. Ҡытай провинциялары менән бер төркөм килешеүҙәр төҙөнөк. Беҙҙең хеҙмәттәшлектең уңышлы булыуына ышанам. Башҡортостан Республикаһы власы уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәк.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: