Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Май 2014, 10:26

Оло Тәләк ауылының төньяҡ өлөшөн газ менән тәьмин итеүгә 13,5 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла

Иглин районы Оло Тәләк ауылының төньяҡ өлөшөн газ менән тәьмин итеүгә республика бюджетынан 13,5 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла. Генераль подрядсыны билдәләүгә конкурс дәүләт һатып алыуҙары сайтында иғлан ителгән.
Эштәргә заказ биреүсе – БР Аҙ ҡатлы йорттар төҙөү идаралығы.
Электрон аукцион 20 июндә үтәсәк. Газ үткәреү буйынса эштәр биш ай дауамында башҡарылырға тейеш.
Автор: Розалия Вәлиева
Читайте нас