07:48 (UTC+5), 20 Май 2014

Республиканың ете ҡалаһында коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр 2014 йылда 12 процентҡа артыуы мөмкин

Розалия Вәлиева
Өфөлә, Ағиҙелдә, Благовещенда, Нефтекамала, Салауатта, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта, шулай уҡ Башҡортостандың Балтас һәм Ҡалтасы райондарында граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәре үҫешенең иң сикке индексы 2014 йылдың 1 июленән алып 112 процент кимәлендә билдәләнгән, ҡалған райондарҙа – 106 процент. Тейешле бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Рәсәй Федерацияһының айырым субъекттары буйынса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙәр индексының үҙгәреше РФ Хөкүмәтенең 30 апрелендәге Бойороғо менән раҫланған. Документтарға ярашлы, Башҡортостан буйынса коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең дөйөм үҫеше 2014 йылда алты проценттан артмаҫҡа тейеш.
- Йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәткән ойошмаларҙың сығымдарын күҙ уңында тотоп, иҡтисади яҡтан нигеҙле тарифтар раҫларға тейешбеҙ. Шуларҙы иҫәпкә алыу менән ауыл биләмәләрендә тарифтарҙың артыуы күҙаллана, — тип аңлатты БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәдис Сәлимгәрәев. — Миҫалға, Ҡалтасы районында яңы предприятие төҙөлдө, яңы селтәрҙәр барлыҡҡа килде, һыу алыу ҡоролмаһы ремонтланды – сығымдарҙың артыуы законлы рәүештә. Унан да бигерәк, тарифтың артыуы граждандар йыйылышында бергәләп һөйләшелде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика