Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.59
+0.63
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Май 2014, 13:44

Республика башлығы «Газпром трансгаз Өфө» хеҙмәткәрҙәрен юбилей менән ҡотланы

«Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 60 йыллығы буйынса юбилей тантаналары кесе йома көндө Өфөнөң Конгресс-холында үтте.
- Бөгөн айырым алынған компанияның юбилейын ғына билдәләмәйбеҙ – Башҡортостандың бөтә газды транспортлау системаһы тарихында данлы ваҡиғаны билдәләйбеҙ, уның эшсәндәрен тәбрикләйбеҙ, — тине, компанияның хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын ҡотлап, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.
БР Президентының әйтеүе буйынса, 60 йыл элек төбәктә беренсе Туймазы — Өфө — Черниковск газ торбаһы файҙаланыуға тапшырыла, шул ваҡыттан алып бөтә республиканың сифатлы яңы үҫеш этабы башлана. Һуңыраҡ, 60-сы йылдарҙа төбәк территорияһында Бохара — Урал магистраль газ торбаһы трассаһы һалына. Уның буйынса Өфө Үзбәкстандың газ ятҡылығынан тәбиғи газ ала башлай. 80-се йылдарҙа Көнбайыш Себерҙән Рәсәйҙең үҙәк өлөшөнә һәм Европаға ташыған ете континент-ара газ торбаһынан бишәүһе республика буйлап үтә.
- Илдең көньяҡ энергетик коридоры Башҡортостан территорияһы буйынса үтеүе республикабыҙҙың энергетик именлеген генә күтәреп ҡалманы, ә ауыл биләмәләренә масштаблы газ үткәреү өсөн этәргес булып торҙо, — тине Рөстәм Хәмитов.
15 йыл элек республиканың һуңғы райондары берҙәм Рәсәй газ тәьминәте системаһына тоташа. Был ваҡиға Йылайырҙа газ ялҡыны бағанаһын ҡуйыу менән билдәләнә.
- 200 километрҙан әҙерәк оҙонлоҡтағы берҙән-бер Туймазы — Өфө — Черниковск газ торбаһын файҙаланыуға тапшырғандан алып йәш идаралыҡ меңләгән километр трассаны хеҙмәтләндереүсе эре, ҡеүәтле «Баштрансгаз» производство берләшмәһенә әүерелә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте газ торбалары буйлап бөтә «Газпром» сығарған газдың биштән бер өлөшө – йылына 100 миллиард кубометрҙан ашыуы үтә.
БР Президенты, «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең социаль проекттары республика өсөн мөһим, тип билдәләне. Уның әйтеүе буйынса, балалар өсөн ҡаршылыҡһыҙ мөхит тыуҙырыу, балалар спортына һәм ижадына ярҙам итеү буйынса хәйриә проекттар республиканың бөтә ҡала һәм райондарында тиерлек ғәмәлгә ашырыла. Предприятие йорттар, балалар баҡсалары, спорт-сәләмәтләндереү комплекстары, балалар майҙансыҡтары төҙөй.
Рөстәм Хәмитов «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең иҡ яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталарын тапшырҙы, ә газды транспортлау компанияһының генераль директоры Шамил Шәрипов «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе» исеменә лайыҡ булды.
Башҡортостан предприятиеһының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Энергетика министрлығы һәм «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте наградаларын «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Виталий Маркелов тапшырҙы. Почет грамотаһы бирелгән һәм рәхмәт белдерелгән кешеләр араһында – уларҙың шәхси өлөшөнән бөтә газды транспортлау системаһының эше торған торба һалыусы, слесарь-ремонтлаусы, инженер, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе, диспетчер һәм башҡа һөнәр вәкилдәре.
Автор:Эльвира Латипова
Читайте нас: