Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Май 2014, 15:10

Рөстәм Хәмитов сифат-2013 президент конкурсы еңеүселәрен бүләкләне

Тауар (тауарҙар, хеҙмәттәр) сифаты өлкәһендә Башҡортостан Президенты премиялары еңеүселәрен йома көндө Республика Йортонда бүләкләнеләр.
БР Президенты Рөстәм Хәмитов беренсе урынға Премия эмблемаһы менән Кубоктарҙы һәм дипломдарҙы «БР Нефть-химия эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы, «Нефтекама автомобилдәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы етәксәләренә тапшырҙы. Икенсе дәрәжә дипломдарға «Красноусольск» шифаханаһы, «Благовещен тимер-бетон» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «ОЗНА» асыҡ акционерҙар йәмғиәте акционерҙар компанияһы лайыҡ булды. Өсөнсө урын «Техник инвентаризация бюроһы» дәүләт унитар предприятиеһы, Ишембай нефть колледжы, Башҡорт медицина колледжы һәм Өфө ҡалаһының 49-сы поликлиникаһына бирелде.
- Сифат – ул йәмғиәттең «цивилизациялы үҫеш юлы» синонимы, — тине, еңеүселәрҙе тәбрикләп, Рөстәм Хәмитов. — Сығарылған продукцияның сифаты, үтәлгән эштең сифаты бөтә өлкәлә лә мөһим роль уйнай.
Әлеге ваҡытта илебеҙ сәнәғәтендә сифат мәсьәләһенә Көнбайыштың санкциялар ҡурҡынысы арҡаһында масштаблы импортты алмаштырыу кәрәклеге менән бәйле айырыуса иғтибар бүленә, тип билдәләне Президент.
Сифат, Рөстәм Хәмитовтың әйтеүе буйынса, тирә-яҡ мөхитте һәм тәбиғи ресурстарҙы һаҡлай. Ул «мәҙәни мөхитте һаҡлай, сөнки сифатлы төҙөлгән биналар, ҡоролмалар һәм юлдар кешеләргә йөҙләгән йылдар, ә ҡайһы берҙә меңләгән йылдар хеҙмәт итә».
Сифат өлкәһендә президент премиялары Башҡортостанда 13-сө тапҡыр бирелә.
- Конкурста ҡатнашыусыларҙың составы төрлө-төрлө, — тине БР Президенты. — Быйыл республикабыҙҙың киң билдәле предприятиелары абруйлы премияның номинанттары булды. Залда нефть-химия, фән, машина эшләү, төҙөлөш, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, хеҙмәттәр өлкәһе ойошмалары вәкилдәре ултыра.
Республика Президентының фекере буйынса, Башҡортостанда продукцияларҙың һәм хеҙмәттәрҙең сифаты арта. Уға, атап әйткәндә, халыҡ-ара сифат стандарттарына инеү буйынса әүҙем эш тәьҫир итә.
- Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса халыҡ-ара сифат стандарттарын республикала 530-ҙан ашыу предприятие индерҙе, — тине Рөстәм Хәмитов. — 90-сы йылдар аҙағында осраҡтар һирәк ине, ә хәҙер бындай эш системалы булып килә. Ҡулланыусыларыбыҙ Башҡортостан продукцияһының сифаты менән ғорурланырға тейеш.
Автор:Эльвира Латипова
Читайте нас: