12:45 (UTC+5), 07 Май 2014

Көньяҡ Корея компанияһы Стәрлетамаҡта лифт етештерәсәк

Эльвира Латипова
Стәрлетамаҡта Travis маркалы лифттарҙы етештереүҙе ағымдағы йыл һуңында башларға планлаштыралар. Лифттар, экскалаторҙар һәм автомобилдәр парковкалау системаһы етештереү буйынса Saehan Travis Elevator Көньяҡ Корея компанияһы – Көньяҡ Уралда эре «Инмаш» инновацион инфраструктура комплексы резиденты. Уртаҡ проект Ҡазанда «Волгастройэкспо» күргәҙмәһендә күрһәтелгәйне.
«Башинформ» агентлығына технологик парктың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, киләсәк производство майҙансығы урынында төҙөлөш-монтажлау эштәре сентябрҙә башланасаҡ. Тәүге продукцияны сығарыу 2014 йылдың декабренә билдәләнгән. Дөйөм инвестициялар күләме 5 миллион долларлыҡ проект йылына 4 мең лифт сығарырға күҙаллай. Етештереү Рәсәй баҙарына тәғәйенләнәсәк.
«Инмаш» директоры Ришат Вәлиәхмәтов Saehan Travis Elevator менән хеҙмәттәшлек үҙ-ара отошло технологиялар менән алмашыуҙы тәьмин итәсәк тип ышана. «Был өҫтөнлөклө инвестиция проекты халыҡ-ара стандарттар буйынса продукция етештереүҙе, яңы эш урындары булдырыуҙы, персоналды уҡытыуҙы ҡарай», — тине Ришат Вәлиәхмәтов.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Стратегик инициативалар агентлығының йәмәғәт вәкиле Рөстәм Дәүләтов әйтеүенсә, «Инмаш» технологик паркы һуңғы биш йылда резиденттарҙың иҫәбен ике тапҡырға, эш урындарын өс тапҡырға, тулайым табышты алты тапҡырға арттырҙы. Рөстәм Дәүләтовтың фекеренсә, технологик парк эшенең «лайыҡлы һөҙөмтәһе» – «лифт етештереү буйынса яңы Рәсәй-Корея проектын уңышлы тормошҡа ашырыуҙың гарантияһы».
«Инмаш» технологик парк (Стәрлетамаҡ) 2009 йылда «Инмаш» концерны базаһында ойошторолған. 110 мең квадрат метр самаһы майҙанда 600-ҙән ашыу сәнәғәт ҡорамалы урынлаштырылған. Технологик парктың төп резиденттары иҫәбендә – «Инмаш» концерны (машина эшләү), «Көньяҡ Урал» компанияһы (төрөү материалдары сығарыу), Стәрлетамаҡ механика заводы, «Транстехника» компанияһы (металл эшкәртеү), «Русфильтр» (автомобиль фильтрҙары етештереү). «Инмаш» технологик паркы резиденттарының тулайым табышы 2013 йылда 247,9 миллион һум тәшкил итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика