Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Май 2014, 16:00
Башҡортостанда Инвестор белешмәһен төҙөнөләр
Инвестиция эшмәкәрлеген дәүләт дәртләндереү саралары, экспорт һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән инвестор белешмәһен Башҡортостанда төҙөнөләр. Уны республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә БР «Инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлыҡ» дәүләт автономлы учреждениеһы һәм Deloitte компанияһы белгестәре әҙерләне.
Белешмә Башҡортостан Республикаһының
Инвестиция порталында
һәм Deloitte компанияһы
сайтында
урынлашҡан.
- Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең иң юғары социаль-иҡтисади үҫеш кимәленә эйә булған төбәктәр иҫәбенә инә, — тине «Делойт һәм Туш БДБ» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсеһе Дэвид Оуэн. — Шул уҡ ваҡытта традицион тармаҡтарҙы үҫтереү менән бер юлы республика Хөкүмәте тарафынан иҡтисадтың инновацион моделенә күсеүгә курс алынған.
Белешмәнең материалдары потенциаль инвесторҙарҙы төбәктең социаль-иҡтисади хәле, республика территорияһында эшләп килеүсе техника парктары, индустриаль парктар, үҫеш институттары менән таныштыра.
Автор:
Эльвира Латипова
Теги:
инвестициялар
инвестор белешмәһе
Читайте нас