11:48 (UTC+5), 29 Апрель 2014

Республика башлығы «Кроношпан» предприятиеһының экологик хәүефһеҙлеген гарантияланы

Гөлфиә Акулова
- «Кроношпан» заводы иң юғары экологик талаптар буйынса төҙөләсәк, ул бик яҡшы һәм хәүефһеҙ, сәнәғәт заводтары тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәүҙең эталоны буласаҡ, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы башлығы Рөстәм Хәмитов 28 апрелдә үткән матбуғат конференцияһы барышында. БР Президенты журналистарҙы һәм йәмәғәтселекте Өфө районы халҡының борсолоу өсөн сәбәптәре юҡ тип ышандырҙы.
- Был предприятиеның төҙөлөш проекты дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған экспертизаларҙы, йәмәғәт-экологик тикшереүҙе үтте. Уларҙың йомғаҡтары буйынса ыңғай һөҙөмтәләр алынды. Бөтә документтарға нигеҙләнеп, Өфө районы төҙөлөштө башларға ҡарар ҡабул итте. Бөгөн киләсәк заводтың майҙансығында юл һалыу буйынса эштәр алып барыла, план буйынса предприятие 1-1,5 айҙан төҙөлә башлаясаҡ, — тип һөйләне төбәк башлығы.
Рөстәм Хәмитов яңы ағас эшкәртеү заводының өфөлөләр өсөн хәүефһеҙлеге һорауына яуап биреп, Өфөлә һәм баш ҡаланың эргәһендә бысраҡ, экологик камиллашмаған предприятие төҙөлмәйәсәк, тип өҫтәне.
- Мин шулай уҡ бөтә Өфө халҡы кеүек тирә-яҡ мөхиткә зыян булмауҙа ҡыҙыҡһынған кеше. Баш ҡаланың, Шаҡшаның, эргә тирәләге территорияларҙың халҡын ихтирам итәм һәм уларҙы алдарға хоҡуғым юҡ. Завод иң юғары экологик талаптарға ярашлы төҙөләсәк. Әгәр экологик ойошмалар талаптарҙың үтәлмәүен күрһә һәм вәғәҙәләр боҙолһа – теләһе ҡайһы ваҡытта завод төҙөлөшө туҡтатыласаҡ, — тине Президент.
Башҡортостан Президенты, «Кроношпан» предприятиеһы республиканың урман хужалығында тәртип урынлаштырыуҙа, яңы юғары түләүле эш урындары булдырыуҙа ярҙам итәсәк, тип билдәләне.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика