10:31 (UTC+5), 22 Апрель 2014

Өфөлә «Газ.Нефть.Технологиялар-2014» нефть-газ форумы асылды

Розалия Вәлиева
«Газ.Нефть.Технологиялар-2014» нефть-газ форумы шишәмбе Өфөлә асылды. Күргәҙмә яңы «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексы майҙандарында урынлашты.
«Газ.Нефть.Технологиялар» XXII халыҡ-ара махсус күргәҙмә эшендә Рәсәй Федерацияһының 30 төбәгенән 400-ҙән ашыу компания, шулай уҡ 16 сит ил предприятиеһы ҡатнаша. Ул нефть, химия һәм газ тармаҡтарының алдынғы предприятиелары – «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы, «Транснефть» акционерҙар компанияһы, Урал-Себер нефть үткәргесе, «Татнефть», «Газпром нефтехим Салауат», «Нижнекамскнефтехим», «Газпромтрансгаз Ҡазан», «Көнсығышнефтезаводмонтаж», «Башнефтегеофизика», «БСК — Башҡортостан сода компанияһы», «Благовещен арматура заводы», «Пакер», «Буринтех», «Бурсервис» һәм башҡалар. Экспозиция дүрт майҙансыҡта урынлашҡан, тармаҡтың ҡаҙаныштары, инновацион технологиялар һәм асыштар тәҡдим ителгән.
Күргәҙмә ҡатнашыусыларын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов сәләмләне:
- Күргәҙмә бик кәрәк ваҡытта үтә, — тине ул. – Хәҙерге тышҡы иҡтисад хәлен, санкцияларҙың янауҙарын һәр кем аңлай. Һәм бөгөн бында беҙ тәҡдим иткән, күргән нәмәләр – беҙ ишеткән ҡаршы килеүҙәргә яуап. Беҙ ҙур потенциалға – сит илдән килгән бөтә нәмәне алмаштыра алырлыҡ, продукттарға, технологияларға эйә. Үҙ хәлебеҙҙе, көсөбөҙҙө һәм мөмкинлектәребеҙҙе ҡайтанан аңларға тейешбеҙ. Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға барыһына ла уңышлы аралашыу, яңы производстволар барлыҡҡа килһен өсөн, яңы килешеүҙәр килеп сығыуҙарын теләйем.
Нефть-газ форумы «Ватан нефть-газ тармағын технологик хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү» пленар ултырышы менән башланасаҡ. Рәсәйҙең нефть-газ тармағы, аҙ тоннажлы химия, импортты алмаштырыу, газ файҙаланыуҙың эске баҙар үҫеше перспективалары өсөн Ватан сәнәғәт комплексының технологик мөмкинлектәрен тикшереү планлаштырыла.
Пленар ултырыш сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы менән «Газпромбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында уларҙың иҡтисади һөҙөмтәлелеген баһалау һәм финанслау структураһын билдәләү өсөн техник-иҡтисади нигеҙҙәр, инвестиция проекттарының бизнес-пландары экспертизаһы буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ.
Форумдың эше 25 апрелгә тиклем дауам итәсәк.
1 из 22
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика