Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Апрель 2014, 13:46
Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе яңырта
Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү яҡын ваҡыт арауығында әҙерләнеп бөтәсәк һәм яңыртыласаҡ. Был хаҡта Ҡурғанда уҙған өлкә губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Кокорин, Башҡортостандың Урал төбәктәрендә рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин һәм БР Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәевтың эш осрашыуында әйтелде. Әлеге ваҡытта Шаҙры һәм Учалы ҡалалары араһында иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү үҙ көсөндә.
- Мин иҡтисади блокты күләмлерәк күрһәтергә теләр инем. Иҡтисадта уртаҡ нөктәләр күп булған һайын, яҡшыраҡ, — тип аңлатты Алексей Кокорин.
Башҡортостан вәкилдәре әйтеүҙәренсә, республика башлығы Урал аръяғы тәҡдимдәрен хуплай. Әҙер Килешеүгә ҡул ҡуйыу июндең башына билдәләнгән.
Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, республика Урал аръяғы территорияһында «Башнефть» компанияһын алға этәреү менән ҡыҙыҡһына. Шулай уҡ Башҡортостан Урал аръяғында етештерелмәгән тауарҙарҙы уларға һатыуҙы яйға һалырға планлаштыра. Ҡаҙҙар һәм һарыҡтар үрсетеү буйынса республиканың тоҡомло совхоздары менән Ҡурған өлкәһе шәхси секторының хеҙмәттәшлеге күҙаллана.
Автор:
Арина Рәхимҡолова
Теги:
тышҡы бәйләнештәр
төбәк-ара хеҙмәттәшлек
Читайте нас