11:29 (UTC+5), 15 Апрель 2014

ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Өфөлә башҡорт кухняһы ресторандары асыла

Галина Бахшиева
Башҡортостанда милли колорит менән ресторандар һәм кафелар ойоштороу буйынса эштәр башланды, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән.
Һүҙ тәү сиратта республиканың баш ҡалаһы тураһында бара. Өфөлә 2015 йылда уҙасаҡ, ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан бында ғәҙәти башҡорт ашамлыҡтары биреләсәк туҡланыу урындарын ойоштороу менән әүҙем шөғөлләнә башланылар.
Бының менән бер үк ваҡытта, алдағы ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләнеү сиктәрендә Өфөлә хәҙер юғары кухня ресторандарын ойоштороу өҫтөндә эш алып барыла. Дөйөм алғанда Башҡортостандың баш ҡалаһында бындай 10 ресторан асырға планлаштыралар. Улар, әлеге ваҡытта Өфөлә төҙөлә башланған, ҡунаҡханалар ҡарамағында урынлашасаҡ.
- Хәҙер Өфөлә Крупской урамында милли башҡорт кухняһы кафеһы эшләй башланы. Яҡын ваҡыт арауығында быға оҡшаш өс ойошма үҙ ишектәрен асасаҡ. Беҙ бөтә баш ҡала ресторандарын үҙҙәренең менюларында милли аш-һыу биттәрен булдырыуҙарын һорайбыҙ. Бөгөндән алып эскперт төркөмө, беҙҙең кәңәштәрҙең нисек үтәлеүен тикшереү өсөн, ойошмаларҙың мониторингын башланы, — тип хәбәр итте БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Гүзәл Асылова.
Башҡорт кухняһын тәҡдим иткән, предприятиелар асыуҙан тыш, әлеге ваҡытта хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү буйынса эш дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика