09:38 (UTC+5), 15 Апреля 2014

Республиканың Арбитраж суды өсөн 1,67 миллиард һумлыҡ яңы бина төҙөләсәк

Розалия Вәлиева
Башҡортостан Арбитраж судының яңы бинаһы федераль бюджетҡа 1,67 миллиард һумға барып баҫасаҡ. Бинаның ориентир смета хаҡы дәүләт һатып алыуҙары сайтында конкурс документтарында билдәләнгән.
Проект һәм тикшереү эштәрен үтәүгә конкурста ҡатнашыуға заявкалар 24 апрелгә тиклем ҡабул ителә, контракттың башланғыс (максималь) хаҡы 26,4 млн һум тәшкил итә. Эштәрҙе башҡарыусы 28 апрелдә билдәле буласаҡ.
Судтың, 70 судъя һәм 340 хеҙмәткәргә иҫәпләнгән, яңы бинаһы Өфөнөң Киров районында Әхмәтзәки Вәлиди – Аксаков – Пушкин – Гоголь урамдары кварталында урынлашасаҡ һәм һигеҙ ҡатлы буласаҡ. Дөйөм майҙаны - 11,2 мең квадрат метр. Норматив буйынса бер судъяға 160 квадрат метр майҙан ҡарала.
Өфө хакимиәтенең 2013 йылдың 4 мартындағы 907-се ҡарарына ярашлы, 13,6 мең квадрат метр майҙанлы территория Башҡортостандың Арбитраж судына даими ҡулланыуға тапшырылған.
Әлеге ваҡытта, яңы бина төҙөлөшө өсөн тәғәйенләнгән, участкала һүтелергә тейеш ҡаралтылар бар. Һүтеү ҡала хакимиәте иҫәбенә ғәмәлгә ашырыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика