13:23 (UTC+5), 08 Апрель 2014

Өфөлә Euromoney Халыҡ-ара инвестиция форумы бара

Розалия Вәлиева, Эльвира Латипова
Euromoney II Халыҡ-ара инвестиция форумы Өфөлә бара.
Конференция глобаль, федераль һәм төбәк инвестиция мөхитенә һәм Башҡортостан, тотош Рәсәй өсөн көнүҙәк булған мөһим структура мәсьәләләренә арналған. Ҡуйылған маҡсаттар буйынса Euromoney ҡатнашыусылары кәңәштәр әҙерләйәсәк.
- Standard & Poor's халыҡ-ара рейтинг агентлығы баһалауы буйынса, Башҡортостан сығымдар өлкәһендә консерватив республика булараҡ һүрәтләнә, — тине Euromoney Institutional Investor PLC башҡарма директоры Нил Осборн. — Агентлыҡ республикала киләсәктә лә сығымдар өҫтөндә иғтибарлы контроль сәйәсәте алып барыласағына һәм иҡтисади үҫештең дауам итеүенә ышана. Башҡортостан – үҙенең әүҙем иҡтисади сәйәсәте менән билдәле, Рәсәйҙең иң мөһим төбәктәренең береһе, ул инвесторҙар килһен өсөн стимул яһай, бәләкәй һәм урта бизнес үҫешен дәртләндерә, яңы мөмкинлектәр тыуҙыра.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов, Euromoney — республикала тормошҡа ашырырға күҙалланған йәки әле бойомға ашырылған, проекттарҙың потенциаль инвесторҙары алдында презентация өсөн майҙансыҡ, тип билдәләне. Улар иҫәбендә Рөстәм Мәрҙәнов дәүләт-шәхси уҙаҡташлыҡтың бер нисә инфраструктура проектын атаны, миҫалға, федераль әһәмиәттәге М-5 «Урал» трассаһына Өфөнән яңы сығыу юлын һалыу һәм «Стәрлетамаҡ — Ҡағы — Магнитогорск» автомобиль юлын төҙөү.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика