Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Апрель 2014, 16:31
Тиҙ төҙөлөүсән физкультура-сәләмәтләндереү комплекстары төҙөлөшөнә республика 2014 йылда 33 миллион һум аласаҡ
Тиҙ төҙөлөүсән физкультура-сәләмәтләндереү комплекстары өсөн ҡорамалдар алыуға Башҡортостанға 2014 йылда федераль бюджеттан 33 миллион һум бүленәсәк, тиелә РФ Хөкүмәтенең 498-се
бойороғонда
.
«Физик культура һәм спортты үҫтереү» дәүләт программаһының «Физик культура һәм күмәк спортты үҫтереү» өҫтәмә программаһы сиктәрендә 2014 йылда Рәсәй Федерацияһы субъекттарына йүнәлтелә торған, средстволарҙың дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һум тәшкил итә.
Судсидияларҙы 34 төбәк аласаҡ. Был аҡсаларға 52 тиҙ төҙөлөүсән физкультура-сәләмәтләндереү комплексы ҡороу өсөн ҡорамалдар алынасаҡ. Һөҙөмтәлә 364 мең кешегә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыласаҡ, тип күҙаллана.
Автор:
Эльвира Латипова
Теги:
финанстар
бюджет
субсидиялар
Читайте нас