10:05 (UTC+5), 03 Апреля 2014

2014 йыл башына ҡарата торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар исемлегендә 38 мең кеше иҫәпләнә

Розалия Вәлиева
2014 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостанда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар иҫәбе 38 мең кеше тәшкил итә, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында үткән, аҡса туплау системаһын ҡулланып, торлаҡ төҙөлөшөн финанслау программаһына арналған, матбуғат конференцияһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов.
- Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа мохтаждарға ярҙам итеү буйынса өҫтәмә саралар кәрәклеге көнүҙәк, — тине Рөстәм Мәрҙәнов. — Башҡортостанда аҡса туплау системаһын ҡулланып, торлаҡ төҙөлөшөн финанслау проекты 2011 йылдан алып әҙерләнде. Белгестәр Германия һәм Чехия һаҡлыҡ кассаларының тәжрибәһен өйрәнде, Ҡаҙағстанда программаның тормошҡа ашырылыуын күҙәтте һәм Краснодар крайынан тәжрибә уртаҡлашты.
Программаның маҡсаты – граждандарға тәүге взнос йыйыуға ярҙам итеү һәм ипотека кредиты буйынса процент ставкаларын кәметеү. Аҡса туплау системаһын ҡулланып, торлаҡ төҙөлөшөн финанслау программаһының операторы – Рәсәй Һаҡлыҡ банкы. Программаның патнерҙары булыуға 12 банк дәғүә итә ала, улар билдәле бер критерийҙарға тап килергә тейеш, улар иҫәбендә ыңғай рейтинг, вкладтарҙы страховкалау системаһында ҡатнашыу һәм бер миллиард һум күләмендә капитал. Әлеге ваҡытта «Абсолютбанк» һәм «Социнвестбанк» программала ҡатнашыуға заявка бирҙе.
Йыйылған аҡсаларҙы фатир алыуға ғына түгел, ә төҙөлә башлаған торлаҡ һәм шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаһын алыуға йүнәлтеп буласаҡ.
Рөстәм Мәрҙәнов бюджет премияһы, вклад һәм кредиттың яҡынса иҫәбен килтерҙе. Дүрт йыл эсендә ай һайын унышар мең һум һалғанда, вклад буйынса процент 1,5 процент тәшкил итәсәк. Вклад срогының аҙағында йыйылғандың дөйөм суммаһы 638 мең һум тәшкил итәсәк, уларҙың 144 меңе бюджет премияһы. Вкладсыға алты йылға 473 мең һум күләмендә кредит алыуға хоҡуҡ биреләсәк. Ипотеканың дөйөм суммаһы, тәүге взносты иҫәпкә алғанда, 1 миллион 112 мең һум тәшкил итәсәк.
Рөстәм Мәрҙәнов әйтеүенсә, аҡсалар менән файҙаланыу банк тарафынан тикшереләсәк, маҡсатлы файҙаланмау осрағында ҡатнашыусы программанан төшөп ҡала, ә өҫтәлгән бюджет премияһының суммаһын дәүләткә ҡайтарырға тейеш була.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика