10:32 (UTC+5), 02 Апреля 2014

«Россия 24-Башкортостан» телеканалы дәүләт һатып алыуҙары өлкәһендә эштең нескәлектәре тураһында һөйләйәсәк

Сергей Захаров
«Россия 24-Башкортостан» («Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы) телеканалы, Файҙалы һатып алыуҙар үҙәге һәм республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы «Дәүләт һәм муниципаль заказ өлкәһендә ауырлыҡтар һәм үҙенсәлектәр. Мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү алымдары» конференцияһының ойоштороусылары булып сығыш яһай. Ул 8 апрелдә сәғәт унда Өфөнөң «Президент-Отеле»ндә уҙасаҡ. Конференцияның маҡсаты – заказсыларға һәм тауар ташыусыларға дәүләт һатып алыуҙары өлкәһендә эшләгәндә хаталарҙы урап үтергә ярҙам итеү.
Дәүләт телерадиокомпанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, «быға оҡшаш тематик конференциялар һәм семинарҙар ойоштороу – ул «Россия 24-Башкортостан» каналының тағы ла бер мөһим проекты». Сөнки телевидениеның бурысы – халыҡҡа төрлө ижтимағи-сәйәси, иҡтисади һәм башҡа мөһим ваҡиғалар тураһында ғына мәғлүмәт еткереү түгел, уның белемлелеге менән дә шөғөлләнеү».
Дәүләт һатып алыуҙары өлкәһендә алдынғы белгестәр, контролдә тотоусы органдар, министрлыҡтар, ведомстволар, ҡала һәм район хакимиәттәре вәкилдәре, төбәктең төрлө предприятие етәкселәре ҡатнашлығындағы, конференциялар сиктәрендә 2011 йылдың 18 июлендәге «Юридик шәхестәрҙең айырым төрҙәре тарафынан тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып алыу тураһында»ғы 223-се федераль закон һәм 2014 йылдың 1 ғинуарында үҙ көсөнә ингән «Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарҙы тәьмин итеү өсөн тауарҙар һатып алыу, эштәр, хеҙмәттәр өлкәһендә контракт системаһы тураһында»ғы, ике федераль закондың статьяларын хоҡуҡи ҡулланыу менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшерергә планлаштырыла.
Бөтә һорауҙар буйынса конференцияның ойоштороу комитетына (347) 246-24-06, 89279344467 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә була.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика