11:41 (UTC+5), 27 Марта 2014

Рөстәм Хәмитов Standard & Poor`s рейтинг агентлығы аналитиктары менән осрашты

"Башинформ"
26 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Standard & Poor`s халыҡ-ара рейтинг агентлығының «Төбәк һәм муниципаль финанстар» Мәскәү офисы директоры Борис Копейкин һәм төркөмдөң аналитигы Екатерина Ермоленко менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
Республиканың финанс-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре, төп сәнәғәт тармаҡтарының хәле һәм инвестициялар йәлеп итеү буйынса фекер алыштылар.
Республика илдә һәм донъяла бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа үҙен тулыһынса тыныс һәм ышаныслы итеп тоя, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
- Рәсәйгә ҡарата халыҡ-ара кимәлдә барған нәмәләргә, беҙҙә бер ниндәй ҙә ҡурҡыу тойғолары юҡ. Һәм бөтә кимәл бюджет өлкәләре хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу буйынса бурыстарыбыҙҙы үтәү өлөшөндә лә. Бер яҡтан, ул беҙгә еңелдән бирелмәй, ә, икенсе яҡтан, үҙ мөмкинлектәребеҙҙе аңлайбыҙ һәм алдыбыҙға ҡуйылған йөкләмәләрҙе үтәүебеҙҙе беләбеҙ. Республиканың иҡтисади уңышлығын ҡаҡшатмаҫ, бурысҡа инмәҫ өсөн шулай итеп башҡарасаҡбыҙ. Үҙ мөмкинлектәребеҙҙән сығып, был мәсьәләне нисек хәл итеп булыуын аңлап эшләйбеҙ, — тине республика башлығы.
«Республиканың Финанс министрлығы – абсолют профессионал ойошма, яҡшы балансланған, әҙерләнгән, һүҙҙең яҡшы мәғәнәһендә консерватив, ресурстарҙы уйлап тотоноу принциптарында тороусы һәм уны яҡлаусы. Юғары кимәлдәге, эштең асылын белеп атҡарыусы профессионалдар командаһы эшләүенә бер ниндәй ҙә шик юҡ», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Рөстәм Хәмитов иҫкә алып, «Рәсәйҙең Финанс министрлығы төбәк финанстары менән идара итеү өлөшөндә беҙҙең позицияларҙы юғары булараҡ билдәләне. Төбәк финанстары менән идара итеү юғары кимәлдә алып барылған Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы егерме төбәге исемлегенә инәбеҙ», тине.
Президент республиканың бөгөнгө иҡтисади хәле, төбәккә инвестицияларҙы йәлеп итеү менән эштәр барышы, республика бюджетына һалымдар инеүе, Рәсәй Президентының майҙағы указдарының нисек үтәлеүе тураһында тулыраҡ һөйләне.
- 2014 йылды үҙебеҙ өсөн тыныс итеп күрәбеҙ. Финанс хәл ҙур хафа уятмай. Бөтә йөкләмәләрҙе лә хәл итербеҙ, тип уйлайым. Был минең шәхси фекер, был ышанысты үҙебеҙҙең дәүләт структураларына менән уртаҡлашам. Тормош ҡатмарлы, гел алдан әйтеп булмағанлыҡты аңлайым, әммә шуға ҡарамаҫтан, был ҡатмарлы шарттарҙа үҙен тотороҡло тойған Рәсәй Федерацияһының база, эре төбәктәре иҫәбендә ҡалабыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы.
Ул шулай уҡ Standard & Poor`s рейтинг агентлығы вәкилдәрен ШОС һәм БРИКС саммиттарына республиканың әҙерлек барышы менән таныштырҙы.
Осрашыу аҙағында журналистар менән әңгәмәләшкәндә Борис Копейкин «республиканың рейтингы юғары. Был тотороҡло прогноз менән «BBB–» инвестиция категорияһы рейтингы. Ул төрлө-төрлө күп әйберҙәрҙе сағылдыра: бюджеттар менән идара итеү өсөн, айырыуса табыш өлөшөндә, әммә шулай уҡ сығым өлөшөндә лә, бик аҙ һығылмалылыҡ ҡалдырыусы Рәсәйҙең бюджет-ара мөнәсәбәттәр системаһының торошо. Иҡтисадтың торошон, идара итеүҙең сифатын, муниципаль сектор, предприятиелар менән бәйле бурыс, ликвидлылыҡ, йөкләмәләр менән хәлде сағылдыра», тип билдәләне.
Осрашыуҙың тулы стенограммаһы – БР Президентының рәсми сайтында.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика